Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2021, 22:30

Беҙҙә һәр кемгә спортҡа юл асыҡ

Республикаға идара итеү үҙәге бөгөн үҙҙәрендә үткән мөһим осрашыуға бәйле яңы пост ҡуйҙы. 

Беҙҙә һәр кемгә спортҡа юл асыҡ
Беҙҙә һәр кемгә спортҡа юл асыҡ

“Республикаға идара итеү үҙәгенә үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләренән һәм сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙән ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр әллә ни  күп түгел, әммә улар бар. Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцинға, легендар хоккейсы, Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Третьякка, билдәле яҡташыбыҙ, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталоваға республикала был йәһәттән эштәрҙең торошо, ниндәй перспективалар булыуы тураһында ентекле һөйләнек.

Беҙ ундай мөрәжәғәттәрҙе Башҡортостандың Спорт министрлығы менән берлектә тикшерәбеҙ. Республикабыҙҙа Паралимпия резервының спорт әҙерлеге Спорт адаптив мәктәбендә дүрт спорт төрөнә ярашлы 15 дисциплина буйынса алып барыла.

Кәүҙә-хәрәкәт йәһәтенән сикләүҙәре булғандар өҫтәл теннисы, йөҙөү, саңғыла йөрөү, биатлон һәм коляскала килеш теннис менән шөғөлләнә ала. Күреү һәләтен юғалтҡандарға йөҙөү, саңғы, тау саңғыһы спорты менән мауығыу өсөн мөмкинлектәр бар. Ишетеү һәләте насарҙарға – йөҙөү, тхэквондо һәм еңел атлетика. Аҡыл йәһәтенән тайпылыштары булғандарға – саңғыла йөрөү, еңел атлетика, йөҙөү һәм тау саңғыһы спорты.

Спорт адаптив мәктәбенең филиалдары Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә, Күмертауҙа бар. Өфөлә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн “Нефтсе” бассейнында һәм Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәгендә шарттар булдырылған. Был мәктәп баш ҡаланың Солтанов урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән эш көндәрендә +7(347) 216 37 66 телефоны буйынса йәки [email protected] почтаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Сайтҡа һылтанма: http://adaptiv-rb.ru”, - тип хәбәр ителә яҙмала.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: