Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2021, 16:30

Халыҡ-ара спорт форумының беҙҙә үтеүе ихтимал

Рәсәйҙең спорт министры 2024 йылда көтөлгән мөһим сараны уҙғарыу өсөн Башҡортостандың мөмкинлектәре ҙур булыуын билдәләне.

Халыҡ-ара спорт форумының беҙҙә үтеүе ихтимал

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин менән осрашты.

"Беҙҙең республикаға күрһәтелгән иғтибар һәм әлеге сәфәр өсөн шатбыҙ. Шулай уҡ Башҡортостанда эре спорт комплекстары төҙөлөшөндә финанс ярҙамы өсөн дә рәхмәтлебеҙ. 2019 йылда Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәген астыҡ, былтыр Семен Елистратов исемендәге Шорт-трек үҙәге сафҡа инде, Өфөлә көплө футбол манежы төҙөлөшө дауам итә, Көрәш үҙәге төҙөлөшө планлаштырылған. Киләһе йылда Гимнастика үҙәген асасаҡбыҙ. Һеҙҙе уны асыу тантанаһында көтөп ҡалабыҙ", - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр Башҡортостандың “Рәсәй – спорт дәүләте” халыҡ-ара спорт форумында даими ҡатнашып килеүен билдәләне. 2019 йылда республикабыҙ спорт үҫешенә индергән өлөшө өсөн “Рәсәй төбәге” номинацияһында еңеү яуланы.

"2024 йылда, Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу айҡанлы, әлеге спорт форумын беҙҙә үткәрергә теләгебеҙ бар. Бының өсөн тәжрибә лә, мөмкинлектәр ҙә етерлек", - тине Андрей Назаров.

Олег Матыцин, Башҡортостан был йәһәттән Рәсәй спорт министрлығының яҡлауына өмөт итә ала, тип билдәләне.  

- “Рәсәй – спорт дәүләте” форумын үткәреү урыны конкурс нигеҙендә һайлап алына. Мин, әлбиттә, һеҙҙең тәҡдимде хуплаясаҡмын. Республиканың күләмле саралар үткәреү йәһәтенән үҙенсәлекле алымдары бар. Беҙ спорт йәмәғәтселеге һәм республика етәкселеге яғынан күрһәтелгән ынтылышты баһалайбыҙ, - тине Рәсәйҙең спорт министры.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53787

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова