Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2021, 19:30

"Уларҙың тап беҙгә төбәп килеүенә шатбыҙ"

Республикаға идара итеү үҙәге бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Физик культура һәм спорт буйынса комитеттың Өфөлә үткән күсмә кәңәшмәһенә ҡағылышлы пост ҡуйҙы.

"Уларҙың тап беҙгә төбәп килеүенә шатбыҙ"

“Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге республиканың спорт йылъяҙмаһының бер өлөшөнә әйләнде: Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһындағы Физик культура һәм спорт буйынса комитеттың күсмә кәңәшмәһе үтте. Дәүләт Думаһының был комитеты (һуңғы ике йылда тәүге тапҡыр) тулы составта ил төбәгенә юлланды. Ә беҙ уларҙың тап беҙгә төбәп килеүенә шатбыҙ. Шулай уҡ Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин да килде.

Хәҙер күп кенә мөһим һәм етди саралар беҙҙең Республикаға идара итеү үҙәгендә үтә. Көңәшмә алдынан ҡунаҡтарҙы хөрмәт менән ҡаршы алабыҙ. Беҙҙең һөйләй, таныштыра, иғтибар йүнәлтә торған нәмәләребеҙ күп. Тәжрибәбеҙ күрһәтеүенсә, ҡунаҡтарҙа беҙҙә халыҡты борсоған мәсьәләләр буйынса булдырылған кире бәйләнеш ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был аңлашыла ла, сөнки депутаттар – халыҡ тарафынан һайланған вәкилдәр.

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгенең өс блогының эшмәкәрлеге менән таныштырып өлгөрҙөк. Иҡтисади аналитика блогында ҡунаҡтарҙы Иҡтисади үҫеш министрлығынан, Үҫеш корпорацияһынан һәм Стратегик эшләнмәләр үҙәгенән вәкилдәр ҡаршы алды.

Иғтибар үҙәгендә – халыҡты борсоған һорауҙар. Ялыуҙарҙы тикшерәбеҙ, асыҡлайбыҙ, кәңәшмәләрҙә еткерәбеҙ. Әлбиттә, былар – беҙ башҡарған эштәрҙең бер бәләкәй өлөшө генә. Ҡунаҡтарға мәғлүмәт системалары тураһында һөйләп, республиканың Спорт министрлығына ҡағылышлы мөрәжәғәттәр менән таныштырҙыҡ. Йыл дауамында беҙҙең белгестәр был юҫыҡта 1062 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Улар спорт объекттары төҙөү һәм ремонтлау, физик культура һәм спорт сараларына, тренерҙарға ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла.

Эшлекле кәңәшмәлә лә ҡунаҡтар ошо һәм башҡа мөһим, көнүҙәк темаларҙы ҡараны. Башҡортостанда спорт тормошо гөрләй. 2022 йылда беҙҙә Спорт гимнастикаһы үҙәге барлыҡҡа киләсәк, футбол манежы төҙөләсәк, шулай уҡ Спорт көрәше үҙәген көтәбеҙ.

Иң мөһиме – Башҡортостан 2024 йылда “Рәсәй – спорт дәүләте” халыҡ-ара спорт форумын ҡабул итеүе ихтимал. Рәсәйҙең спорт министры, республика тейешле хуплау табасаҡ, тип белдерҙе” тигән юлдар бар яҙмала.

Фото һәм сығанаҡ: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова