Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2021, 23:00

Владислав Третьякты нимә ҡыҙыҡһындырған?

"Бала ата-әсәһен тыңламауы ихтимал, ә тренерының әйткәненә ҡолаҡ һаласаҡ".

Владислав Третьякты нимә ҡыҙыҡһындырған?
Владислав Третьякты нимә ҡыҙыҡһындырған?

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә спорт тормошона арналған мөһим осрашыу мәлендә абруйлы ҡунаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауға яуап алды. Был хаҡта үҙәктең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡуйылған поста ла бәйән ителде.

“Владислав Третьяктан көтөлмәгән һорау ҡабул иттек: Башҡортостанда балалар спортын үҫтереү йәһәтенән эштәр нисек тора? Беҙ юғалып ҡалманыҡ, “Инцидент-менеджмент” – бик уңайлы мәғлүмәт системаһы, ул шунда уҡ был темаға ҡағылышлы мөрәжәғәттәрҙе һәм Башҡортостандың Спорт министрлығының яуаптарын табырға ярҙам итте.

Ҡоро, әммә аныҡ мәғлүмәт. Цитата: “Йыл һайын спортсыларға – Башҡортостан Республикаһы һәм (йәки) Рәсәй Федерацияһы спорт йыйылма командаларының 18 йәше тулмаған ағзаларына, спорттың айырым дисциплиналары буйынса, шулай уҡ эстафеталарҙа, команда программаларында сығыш яһағандарға стипендия тәғәйенләнә. Уның күләме 5 мең һумдан 35 мең һумға тиклем. Был стипендияны юллау өсөн спорт төрө буйынса төбәк федерацияһы Башҡортостандың Спорт министрлығына ғариза яҙа. Шулай уҡ айырыуса һәләтлеләр Башҡортостан Башлығының стипендияһын алыу мөмкинлегенә лә эйә.

Дөйөм алғанда, бик яҡшы әңгәмәләштек. Владислав Третьяк: “Спорт – ул бик бөйөк эш. Һәм шуны аңлағыҙ: бөгөн, хәҙерге сәйәси хәл-торошта, илебеҙҙең патриоттарын үҫтереү бик мөһим. Беләһегеҙ: бала ата-әсәһен тыңламауы ихтимал, ә тренерының әйткәненә ҡолаҡ һаласаҡ, сөнки ул был спорт төрөн ярата, хөрмәт итә”, - тине”.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: