Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Ноябрь 2021, 21:30

Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булған

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөгөнгө көн тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булған
Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булған

“Бөгөн беҙгә Рәсәй спорт министры Олег Матыцин, шулай уҡ Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты ағзалары килде. Улар яңы саҡырылышта тәүге күсмә ултырыш үткәрҙе. Уны тап Өфөлә уҙғарыуға республиканан һайланған депутаттар ярҙамы менән өлгәштек.

Беҙ спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Спорт – ул тулы ҡанлы тормоштоң мөһим өлөшө, ял ғына түгел, халыҡтың сәләмәтлеге лә. Бөгөн Башҡортостанда 12 меңдән ашыу спорт объекты эшләй. Уларҙың һаны буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләйбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был беҙҙең өсөн аҙ, тип һанайбыҙ. Бөгөн коллегалар менән Өфөлә Гимнастика үҙәге, көплө футбол манежы, ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы һәм Көрәш үҙәге төҙөү тураһында фекер алыштыҡ. Был объекттар буйынса алдан федераль финанслауҙа булышлыҡ күрһәтергә вәғәҙә иткәйнеләр. Бөгөн шулай уҡ Боҙ һарайы төҙөлөшөнә ярҙам һораныҡ. Проект бик күләмле, 2,5 миллиард һумға яҡын аҡса кәрәк. Олег Васильевич, оҙаҡҡа һуҙмай, беҙҙең тәҡдимде ҡарарға вәғәҙә бирҙе. Ыңғай яуапҡа өмөт итәбеҙ.

Бынан тыш, муниципалитеттарҙа 250-нән ашыу спорт объекты үҙгәртеп ҡороу һәм капиталь ремонт талап итә. Уларҙың күбеһе ярты быуат элек төҙөлгән. Үҙ көсөбөҙ менән генә ундай күләмде эште атҡарып сыға алмаясаҡбыҙ. Уларҙы “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” программаһына индереү өсөн Рәсәйҙең Спорт министрлығына исемлек ебәреү тураһында килештек.

Шулай уҡ бөгөн Рәсәйҙең Керлинг федерацияһы менән беҙҙә ошо спорт төрөн үҫтереү хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Республикала бер генә шорт-трек үҙәге бар, әлегә керлинг менән шунда ғына шөғөлләнергә мөмкин. Был ғына етмәй. Шуға күрә яңы юлдар асасаҡбыҙ, тренерҙар, балалар йыясаҡбыҙ, боҙ буйынса белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Ул шулай уҡ үҙенең яҙмаһында илдең спорт министрына “Рәсәй – спорт дәүләте” форумын Өфөлә үткәреү тәҡдиме менән сығыуҙары, Олег Васильевичтың быға ыңғай ҡарауы тураһында хәбәр итте.

Көн аҙағында Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәгендә дзюдо буйынса Европа команда чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Ҡунаҡтар ошо иҫтәлекле сарала ҡатнашҡан.

“Дәүләт Думаһы комитетының күсмә ултырышы бик һөҙөмтәле булды”, - тигән һығымта яһаған республика Хөкүмәте Премьер-министры һәм барыһына ла яҡшы ял көндәре теләгән.  

Фото һәм сығанаҡ: www.facebook.com/100001714985777/posts/4771001186300334/

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: