

Бөгөн “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Адмирал” менән уйнаны.
“Адмирал” өсөн һуңғы ике матч уңышһыҙ булһа, “Салауат Юлаев”ҡа һуңғы дүрт уйын еңеү килтермәне. “Адмирал” етәкселеге, үҙ командаһы хәлен яҡшыртам тип, Олег Горбенко урынына Леонид Тамбиевты баш теренер вазифаһын башҡарыусы тип ҡуйғайны. Тик был файҙа килтермәне.
Бөгөнгө матч, ысынлап та, еңел булманы. Тик юлаевсыларҙан Юха Метсола бик шәп уйын күрһәтте. Өфөләр икенсе осорҙа иҫәпте аса алды. Данил Башкиров менән Николай Кулемин “Адмирал” ҡапҡаһына берешәр шайба сәпәне. Һөҙөмтәлә беҙҙең команда 2:0 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Континенталь хоккей лигаһында “Адмирал”ға ҡаршы уйын һаҡсыбыҙ Филипп Ларсен өсөн 350-се матч булды.
4 декабрҙә “Салауат Юлаев” Контииненталь хоккей лигаһы сиктәрендә “Динамо” менән уйнаясаҡ.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.