Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Декабрь 2021, 16:25

Смартфон менән... Өфө буйлап

Эшҡыуар һәм проект авторы Ольга Хәйретдинова түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

Смартфон менән... Өфө буйлап
Смартфон менән... Өфө буйлап

Өфөлә Туризм буйынса федераль агентлыҡ грантына тормошҡа ашырылған “Ҡала легендалары” мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы.

- Унда Башҡортостан баш ҡалаһындағы авторлыҡ экскурсиялары, тематик сәйәхәттәр буйынса ғәҙәти булмаған маршруттар йыйылған. Хеҙмәт Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән: һәр файҙаланыусы өсөн ҡыҙыҡлы темалар һәм локациялар табырға тырыштыҡ. Проект - Туризм буйынса федераль агентлыҡтың былтыр эске һәм тышҡы туризм үҫешенә субсидиялары биреү конкурсының 17 төбәк еңеүсеһенең проекттарының береһе. Эшҡыуар алған грант күләме – 2,4 миллион һум.

- Ошондай проекттарға ярҙам иткән федераль һәм төбәк саралары республиканың экскурсия хеҙмәттәре баҙары төрҙәрен арттырырға, йәштәр араһында экскурсия маршруттарына ихтыяжды булдырыуға, шулай уҡ һанлы технологияларҙы файҙаланып, экскурсия тәҡдимдәрен файҙаланырға булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

- Мобиль гид ярҙамында смартфоны булған һәр кем ирекле ритмда ҡыҙыҡлы сәйәхәт ҡыла, яңыны белә, күп быуатлы тарихы булған Өфөнө үҙенсә аса ала, - тип һөйләне эшҡыуар һәм проект авторы Ольга Хәйретдинова.

Фото: smartik.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: