

Күптән түгел Асҡын ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында тоҙ бүлмәһе эшләй башланы. Тантаналы сарала Асҡын районы башлығы Динис Йосопов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов ҡатнашты. Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Роберт Шәрипов тоҙ бүлмәһенең нимә икәнлеге, уның файҙаһы, кеше организмына нисек тәьҫир итеүе, ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары барлығы хаҡында һөйләне.
Тоҙ бүлмәһе – районда йәшәүселәргә тиҙ һәм тулыһынса аяҡҡа баҫыу, сәләмәтлекте нығытыу һәм сир ҡатмарлыҡтарын иҫкәртеү өсөн шәп мөмкинлек. Был бүлмә “Реаль эштәр” программаһы буйынса ойошторолған. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һаулығын нығыта ала.
Әйткәндәй, Нефтекама өсөн дә матур яңылыҡтар теркәлде. Ҡалалағы спорт мәктәбе “Ford Transit” микроавтобусына эйә булды. 17 урынлыҡ яңы транспорт сараһы ҡалаға “Демография” милли проекты ярҙамында килтерелде. Хәҙер ул спорт мәктәбе автопаркында, башҡа ике автобус менән бер рәттән, үҙ урынын алды. Уларҙың берәүһенең файҙаланыу ваҡыты үтеп бара, шулай итеп, ваҡытында алып килгәндәр.
– Был – бөгөн “Ford Tranzit” моделенең һуңғыларының береһе. Хәүефһеҙлек ҡайыштары менән тәьмин ителгән. Тахограф, кондиционер, йылытыу системаһы бар. Хәҙер балалар кәмендә аҙнаһына бер тапҡыр тиерлек сығып йөрөй аласаҡ. Уңайлы ла буласаҡ. Етәкселек һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ автобустарының булыуы транспорт сығымдарын кәметеү мөмкинлеген бирә, – тине Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Назар Шәйәхмәтов.
Айһылыу НИЗАМОВА