

1 декабрҙә Бөтә Рәсәй хоккей көнөн билдәләнек. Тап ошо байрам алдынан “Салауат Юлаев” хоккейсылары “Адмирал” менән уйнаны. Хоккейсыларыбыҙ көйәрмәндәрҙе, спорт һөйөүселәрҙе тос еңеүе менән ҡыуандырҙы.
Әйткәндәй, “Адмирал” өсөн һуңғы ике матч уңышһыҙ булһа, “Салауат Юлаев”ҡа һуңғы дүрт уйын еңеү килтермәне. “Адмирал” етәкселеге, үҙ командаһының хәлен яҡшыртам тип, Олег Горбенко урынына Леонид Тамбиевты баш тренер вазифаһын башҡарыусы тип ҡуйғайны. Тик был файҙа килтермәне.
Бөгөнгө матч, ысынлап та, еңел булманы. Ә юлаевсыларҙан Юха Метсола бик шәп уйын күрһәтте. Өфөләр икенсе осорҙа иҫәпте аса алды. Данил Башкиров менән Николай Кулемин “Адмирал” ҡапҡаһына берәр шайба сәпәне. Һөҙөмтәлә беҙҙең команда 2 : 0 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Континенталь хоккей лигаһында “Адмирал”ға ҡаршы уйын һаҡсыбыҙ Филип Ларсен өсөн 350-се матч булды.
4 декабрҙә, “Салауат Юлаев” Континенталь хоккей лигаһына ярашлы, “Динамо” менән уйнаясаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА