Спорт һәм туризм
4 Декабрь 2021, 10:05

Ябай ғына уйын, тимәгеҙ...

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Шашка кемгәлер ябай ғына уйын кеүек күренәлер, бәлки. Әммә был һис улай түгел, логик фекерләүҙе, зиһен ҡеүәһен үҫтерә ул. Өҫтәүенә, ныҡлап уйлау, аныҡ ҡарар ҡабул итеү кеүек һыҙаттарҙы ла тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, шуға күрә бәләкәй ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ошо спорт төрөнә ылыҡтырырға кәрәк.

Баймаҡ  ҡалаһындағы балалар ижады үҙәгендә мәктәп уҡыусылары араһында рус шашкаһы буйынса Урал аръяғы кубогына ярыштарҙың беренсе этабы үткәрелде. Сарала Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан һәм Бөрйән районынан 55 йәш шашкасы өс йәш категорияһында үҙен һынап ҡараны.

2014 йылғы ҡыҙҙар араһында Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙан  Ольга Михайлова – беренсе, ошо уҡ лицейҙан Кира Баскакова – икенсе, Баймаҡ ҡалаһындағы 3-сө мәктәптән Нәргизә Боҫҡонова өсөнсө урынды яуланы. Малайҙар араһында 3-сө мәктәптән Азамат Ишкилдин – беренсе, Сибай ҡалаһындағы 8-се мәктәптән Әмир Ғәфүров – икенсе, Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙан Ладимир Переведенцев өсөнсө урынға сыҡты.

2013-2014 йылғы ҡыҙҙар араһындағы турнирҙа Рәсәй беренселегендә туғыҙ йәшкә тиклемгеләр араһында еңеүсе булып танылған, Баймаҡ ҡалаһындағы 3-сө мәктәптә белем алған Самира Хәсәнова беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Икенсе урынға – Баймаҡтағы 4-се лицейҙан Зинира Һунаршина, өсөнсө урынға Сибай ҡалаһындағы 1-се мәктәптән Зарина Байназарова сыҡты. Малайҙар араһында был йәш категорияһында призлы урындарҙы Сибай ҡалаһындағы 5-се урта мәктәптән Глеб Хачин, ошо уҡ ҡалалағы 9-сы мәктәптән Динар Ибраһимов һәм Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙан Рәмзил Хәсәнов яуланы.

2009 – 2011 йылғы ҡыҙҙар араһында призлы урындарға Баймаҡтағы 3-сө мәктәптән Юлиә Ҡолмөхәмәтова,  Сибайҙағы 2-се гимназиянан Рания Горшенина, Баймаҡтағы 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Эльвина Ҡолмөхәмәтова лайыҡ булды. Был йәш категорияһындағы малайҙар араһында Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Динар Зәйнетдинов, Сибайҙағы 2-се гимназиянан Раян Горшенин менән 1-се мәктәптән Егор Богданов тәүге урындарҙы уртаҡлашты.

Оҙайлы ғына тәнәфестән һуң, Бөрйән районы спортсылары бындай ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашты. Улар араһында призлы урын яулау өсөн бер мәрәйгә генә артта ҡалғандар бар ине. Бөрйән балалар ижады үҙәге педагогы В.Н. Маннапова һәм Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы З.В. Шәрипова балаларҙы сараға килтергәйне.

Шуны билдәләргә кәрәк: кубокка ярыштарҙың беренсе этабы һөҙөмтәләре буйынса Баймаҡ шашкасылары (бала­лар ижады үҙәге тренерҙары З. Зөбәйеров һәм Р. Сәлихов) активында – 10, Сибай шашкасылары (тренер Р. Ғәфүров) активында ете призлы урын бар, әммә төп ярыштар алда әле. Сараның икенсе этабы 25 декабрҙә Бөрйән ерендә – Иҫке Собханғол ауылында үткәрелер тип көтөлә.

 

Риза ЗАМАНОВ.

Баймаҡ районы.

Читайте нас