

#БеҙБергә граждандар ҡатнашыуындағы халыҡ-ара форумда “FIVB 2022” ир-егеттәр араһында волейбол буйынса донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы билдәле булды. Уларҙың бер этабы Өфөлә үткәреләсәк.
“Ирекмәндәр – чемпионат һәм ярыштар йөҙө. Йыш ҡына улар – көйәрмәндәрҙе, спортсыларҙы, журналистарҙы ҡаршы алған беренсе кешеләр. Ил һәм турнир тураһындағы тәүге тәьҫораттар ҙа ирекмәндең нисек йылмайыуына, сит телдә нисек һөйләшеүенә, башҡа ил ҡунаҡтарына йәки спортсыларына нисек өндәшеүенә бәйле – ирекмәндәрҙең ярҙамы мөһим”, – тип билдәләне “Волейбол 2022 ойоштороу комитеты” йәмғиәте генераль директоры Роман Станиславов.
Турнирҙы ойоштороусылар ирекмәнлеккә кандидаттарҙан 30 меңдән ашыу ғариза көтә. Улар 18 йүнәлеш буйынса – аккредитациялауҙан, ойоштороуҙан телерадиотапшырыуҙарға һәм транспортҡа тиклем йәлеп ителәсәк. Өфөләге ирекмәндәрҙе йыйыу эше Башҡортостан дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге тарафынан ойоштороласаҡ.
Талаптар:
- 18 йәштән өлкән булыу;
- сит телдәрҙе белеү;
- тренингтарҙа ҡатнашыуға әҙерлек;
- быға тиклем ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнашҡанлыҡҡа өҫтөнлөк биреләсәк;
- командала эшләй белеү.
Ирекмән булыу өсөн нимә эшләргә?
Чемпионат ваҡытында һәр ирекмәнгә брендлы экипировка һәм сара ойошторолған ҡалала транспортта бушлай йөрөү хоҡуғы биреләсәк. Барлыҡ ирекмәндәр беренсе көндән алып страховкаланасаҡ һәм уларҙы ашатыу ҡаралған (сменаға ҡарап, бер йәки ике тапҡыр). Сит ил һәм башҡа ҡала ирекмәндәренә йәшәү урыны тәҡдим ителәсәк.
Программа ойоштороусы ҡалаларҙағы ирекмәндәр үҙәктәре тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем Рәсәйҙә ир-егеттәр араһында волейбол буйынса донъя беренселеге үтәсәк. Чемпионат матчтары Рәсәйҙең 10 ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә ойошторола.
Фото: “Новости” агентлығы.