

Өфө районының Шамонин ауылынан Эдуард Имаев биатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында призлы урын яуланы.
Спортсының ошондай баһаға лайыҡ булыуында уның әсәһе Айгөл Хәкимованың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур, тиһәк, һис хата булмаҫ. Сығышы менән Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылынан булған Айгөл Әфхәт ҡыҙы ғүмерен спортҡа һәм спортсылар әҙерләүгә арнаған. Ул, саңғы секцияһы ойоштороп, дүрт йыл эсендә Рәсәй чемпиондарын әҙерләгән.
Әле ул Өфө районының Шамонин урта мәктәбендә белем алған уҡыусылар менән эшләй. Балалар үҙҙәре бик теләп спорт менән шөғөлләнә. Шулай итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар Өфө районы, республика ғына түгел, тотош ил күләмендәге ярыштарҙа еңеү яуланы. Линар Хажиәхмәтов, Искәндәр Ғәлин, Руслан Кәримов биатлон буйынса ярыштарҙа яҡшы сығыш яһаны, Руслан хатта иң көслө алты спортсы араһына эләкте. Данияр Хәйретдинов – кросс һәм саңғы ярыштары буйынса дүрт тапҡыр республика чемпионы. Уның йәштәше Илнар Хәкимов Өфө ҡалаһы һәм районы чемпионы булды.
Айгөл Әфхәт ҡыҙының улы Эдуард – биатлон буйынса спорт мастеры. Бынан тыш, уның балалары Илнар менән Милена ла үҙе етәкселек иткән секцияға бик теләп йөрөй. Уларҙы саңғысылар ғаиләһе тип атарға мөмкин.
Шуныһы ҡыуаныслы: Өфө районы спорт мәктәбе спортсы-инструкторы Эдуард Имаев күптән түгел Ханты-Мансийск ҡалаһында үткәрелгән А.В. Филипенко исемендәге ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәгендә биатлон буйынса ярыштарҙа бронза миҙал яуланы. 10 километр арауыҡҡа үткәрелгән бәйгелә барлығы 70 тирәһе спортсы ҡатнашҡан.
Эдуард Имаевты еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Егеттең яулайһы бейеклектәре алда, тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшер әле, тип ышанабыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА