

Граждандар ҡатнашлығындағы “Беҙ бергә” халыҡ-ара форумында ир-егеттәр араһында волейбол буйынса “FIVB 2022” донъя чемпионатының ирекмәндәр программаһы билдәле булды. Уларҙың бер этабы Өфөлә үткәреләсәк.
“Ирекмәндәр – чемпионат һәм ярыштар йөҙө. Йыш ҡына улар – көйәрмәндәрҙе, спортсыларҙы, журналистарҙы ҡаршы алған беренсе кешеләр. Ил һәм турнир тураһындағы тәүге тәьҫораттар ҙа ирекмәндең нисек йылмайыуына, сит телдә нисек һөйләшеүенә, башҡа ил ҡунаҡтарына йәки спортсыларына нисек өндәшеүенә бәйле – ғөмүмән, ирекмәндәрҙең ярҙамы мөһим”, – тип билдәләне “Волейбол 2022 ойоштороу комитеты” йәмғиәте генераль директоры Роман Станиславов.
Турнирҙы ойоштороусылар ирекмәнлеккә кандидаттарҙан 30 меңдән ашыу ғариза көтә. Улар 18 йүнәлеш буйынса – аккредитациялауҙан, ойоштороуҙан телерадиотапшырыуҙарға һәм транспортҡа тиклем йәлеп ителәсәк. Өфөләге ирекмәндәрҙе туплау эше Башҡортостан дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге тарафынан ойоштороласаҡ.
Талаптар:
3 18 йәштән өлкән булыу;
3 сит телдәрҙе белеү;
3 тренингтарҙа ҡатнашыуға әҙерлек;
3 быға тиклем ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнашҡанлыҡҡа өҫтөнлөк биреләсәк;
3 командала эшләй белеү.
Айһылыу НИЗАМОВА