Спорт һәм туризм
10 Декабря 2021, 09:17

Командабыҙ өсөн борсолабыҙ

“Салауат Юлаев” хоккей клубы.“Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Фото:“Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Быйыл илебеҙҙә хоккейҙың 75 йыллыҡ юбилейы билдәләнә. Был – спорт һөйөүсе­ләр, хоккей көйәрмән­дәре өсөн үҙенә күрә бер ҡыуаныслы ваҡиға. Шуға быйыл Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатында “Салауат Юлаев”тың матчтарын айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барабыҙ. Әйткәндәй, күптән түгел юлаевсылар “Өфө-Арена”ла “Адмирал” хоккейсыларын ҡабул итте.

Мәскәүҙең “Динамо” ко­ман­даһы менән уңышһыҙ уйнағандан һуң тренерҙар составы командабыҙ составын үҙгәртте. Теему Хартикайнен, Виктор Антипин, Владислав Картаев һәм Степан Санников урынына Данил Алалыкин, Артем Пименов, Алексей Пус­тозеров һәм Родион Әмиров боҙға сыҡты.

“Адмирал” хоккейсы­ла­ры­ның бик әүҙем булыуы сә­бәпле, юлаевсылар уйын­ға тиҙ генә ылығып китә ал­мағандай тойолдо. Ҡу­наҡ­тар башта хоккейсы­лары­быҙға иркен һөжүм итергә лә ирек бирмәне. Шулай ҙа улар үҙҙәрен ҡулға алды һәм һөжүм итә башланы. Һуңғараҡ Родион Әмиров биргән шайбаны Сергей Шмелев “Адмирал” ҡапҡа­һына сәпәне. Иҫәп 1:0 булды.

Икенсе уйын осоронда Сакари Маннинен ҡунаҡ­тар ҡапҡаһына йәнә бер шайба­ны сәпәне. Артабан – Маркус Гранлунд, һуңға­раҡ Алек­сандр Кадейкин шайба индерҙе. Шулай итеп, матч “Салауат Юлаев” файҙаһы­на 4:2 иҫәбе менән тамамланды.

7 декабрь – юлаевсы Филип Ларсендың тыуған көнө. Ошо байрамға йәм өҫтәп, тап ошо көндә ко­мандабыҙ “Сочи”ҙы еңде, хатта ысын мәғәнәһендә ҡыйратты тип әйтергә мөмкин. Филип Ларсен да шайба индерешергә ярҙам итте. Бына был, исма­һам, тыуған көнгә бүләк! Шулай итеп, иҫәп “Салауат Юлаев” файҙаһына 5:0 булды.

Голдарҙы түбәндәге тәртиптә ҡунаҡтар ҡапҡа­һына сәпәнеләр:

1:0 (03:21) – Николай Кулёмин (Степан Санников, Виктор Антипин);

2:0 (13:14) – Виктор Тихонов (Евгений Бирюков);

3:0 (26:43) – Артём Пименов (Виктор Тихонов, Динар Хафизуллин);

4:0 (44:00) – Сакари Маннинен (Маркус Гранлунд, Филип Ларсен);

5:0 (59:56) – Григорий Панин (Тему Хартикайнен, Филип Ларсен, буш ҡапҡа).

Был матчта “Салауат Юлаев” ҡапҡаһын – Юха Метсола, ә “Сочи”ҙыҡын Магнус Хелльберг һаҡ­ланы.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас