+21 °С
Болотло


Бөгөн Ҡазанда “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барыҫ” осрашты.
Көйәрмәндәр был ике команда матчын һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтөп ала. Бөгөнгөһө лә иҫкәрмә булманы. Шуныһы ҡыуаныслы: осрашыу “Салауат Юлаев” файҙаһына 2:4 иҫәбе менән тамамланды. “Аҡ Барыҫ” ҡапҡаһына шайбаларҙы Сакари Маннинен (ике тапҡыр), Теему Хартикайнен һәм Николай Кулемин сәпәне. Ҡапҡабыҙҙы Юха Метсола һаҡланы.
Командабыҙҙы был сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.