

Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһында яҡташтарыбыҙҙың уңышлы сығыш яһауы был ярыш төрөн тағы ла мауыҡтырғысыраҡ итә.
Әле Австриялағы Хохфильценда биатлон буйынса донъя кубогы бара. Бөгөн эстафетала 4х7,5 саҡрымға ир-егеттәр командаһы көс һынашты. Бәйгенең тәүге этабында беҙҙең команда өсөн йәш биатлонсы Василий Томшин йүгерҙе. Ул баҫып атҡанда өҫтәмә патрондар менән дә өс тапҡыр яҙа атты һәм бер тапҡыр штраф дистанцияһын ураны. Һөҙөмтәлә эстафетаны 13-сө булып ҡына тапшыра алды. Икенсе булып тағы ла йәш спортсы Даниил Серохвостов йүгерҙе. Ул да ике тапҡыр яҙа атты, әммә команданы етенсе урынға сығарыуға өлгәште. Өсөнсө этапта тәжрибәле биатлонсы Александр Логинов йүгерҙе, ул да ике тапҡыр сәпкә теймәне, әммә шәп йүгереп, өсөнсө булып эстафетаны тапшырҙы.
Иң яуаплы дүртенсе этапта яҡташыбыҙ Эдуард Латипов немец спортсыһы Филипп Наврат менән бергә тигәндәй дистанцияға китте. Аяғөҫтө тороп бишенсе сәпкә атҡан саҡта Эдуард бер аҙ ҡаушаны. Һөҙөмтәлә немец унан ун секундҡа алға китте. Һәр спорт төрөндәге кеүек үк, биатлонда ла һәр секунд ҡәҙерле. Эдуард был юлы ла ихтыяр көсөн күрһәтеп, ошо ун секунд арауыҡты ҡыҫҡартыуға һәм немец спортсыһын уҙып китеүгә өлгәште. Шулай итеп, Башҡортостан спортсыһы команданы ҡотҡарҙы – өсөнсө урынға сығарҙы. Һөҙөмтәлә Норвегия - беренсе, Франция - икенсе, Рәсәй йыйылма командаһы өсөнсө урын яуланы.
Биатлонсыларыбыҙҙы, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Эдуард Латиповты сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Автор фотоһы.