Спорт һәм туризм
16 Декабрь 2021, 13:00

Билеттар һатыла башланы

Башҡа ресурстарҙан һатып алынған билеттар ғәмәлдә булмаясаҡ.

Билеттар һатыла башланыБилеттар һатыла башланы
Билеттар һатыла башланы

Киләһе йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем Рәсәйҙә ир-егеттәр араһында волейбол буйынса донъя беренселеге үтә. Чемпионат матчтары Рәсәйҙең 10 ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә ойошторола. Барлығы 24  милли команда ҡатнаша.

15 декабрҙә “FIVB 2022” ир-егеттәр араһында волейбол буйынса донъя чемпионаты билеттарының яңы партияһы сауҙаға сыҡты. Уларҙы рәсми билеттар сайтында һатып алырға мөмкин: https://tickets.volley.ru/ 

Башҡа ресурстарҙан һатып алынған билеттар ғәмәлдә булмаясаҡ.

Әлеге ваҡытта билеттар урындары күрһәтелмәй һатыла, был эпидемиологик хәлдең асыҡ булмауы менән бәйле. Урындар билет программаһының махсус функционалы  ярҙамында ҡуйыласаҡ.

Донъяла COVID-19 пандемияһының дауам ителеүе менән бәйле сауҙаға сығарылған билеттар һаны ла сикле. 400 һумдан 7 мең һумға тиклемге билеттар һатыла. Был ойоштороусы ҡала һәм арена мөмкинлектәре менән бәйле. Ике йәшкә тиклемге балалар өсөн билет һатып алырға кәрәкмәй.

Донъя чемпионатының өс төрө буйынса абонементтар һатыла: бер көнлөк билет, аныҡ аренаға билет һәм аныҡ команда уйынына билет.

Фото: БР Спорт министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас