

Күптән түгел Ҡазанда “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барыҫ” осрашты. Көйәрмәндәр был ике команда матчын һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көтөп ала.
Сираттағыһы ла иҫкәрмә булманы. Шуныһы ҡыуаныслы: осрашыу “Салауат Юлаев” файҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамланды. “Аҡ Барыҫ” ҡапҡаһына шайбаларҙы Сакари Маннинен (ике тапҡыр), Теему Хартикайнен һәм Николай Кулемин сәпәне. Ҡапҡабыҙҙы Юха Метсола һаҡланы.
Беҙҙең өсөн был мөһим еңеү булды. Дөйөм алғанда, һәр дәғүәсене еңергә тырышабыҙ. Тик бына “Аҡ Барыҫ” кеүек командаларға ҡаршы уйнағанда, ныҡлы уйға ҡалаһың, уйынындағы күп кенә мәлдәрҙе анализлайһың, сөнки ул – көслө клуб. Был – мөһим еңеү”, – тип белдерҙе өфөләрҙең баш тренеры Томи Ламса.
Киләһе ике матчты юлаевсылар ситтә уҙғарасаҡ. 20 декабрҙә хоккейсыларыбыҙ “Куньлунь Ред Стар” командаһы вәкилдәре менән Мытищи ҡалаһында осрашасаҡ. Тағы ике көн үткәс, “Салауат Юлаев” Мәскәүҙә “Спартак” командаһы менән көс һынашасаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА