

“Өфө” футбол клубы Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионатының тәүге яртыһындағы сығыштарын тамамланы һәм ялға китте.
Яңы йылдан һуң, 8 ғинуарҙа, футболсылар Мәскәүҙә осрашасаҡ һәм медицина тикшереүе үтәсәк. 9 ғинуарҙа иһә Төркиәлә “Өфө” командаһы уйынсылары өсөн күнекмәләр башланасаҡ.
Әйткәндәй, быйылғы уйын миҙгелендә “Өфө” һөжүм итеүсеһе Гамид Агаларов үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Күптән командабыҙҙа бына ошондай сағыу, шәп футболсы юҡ ине. Уйынсының “йондоҙ” булыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәре бар. Һәр йәһәттән Рәсәй футболы хаҡында һөйләгәндә, ошо хаҡта әйтергә мөмкин.
Күптән түгел “Коммерсантъ” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Премьер-лигаһының иң шәп һөжүм итеүсеһе Гамид Агаларов айына 300 мең һум тирәһе хеҙмәт хаҡы ала икән. Сығанаҡ белдереүенсә, Гамид йылына 3,6 миллион һум аҡса эшләй. Шул уҡ ваҡытта Санкт-Петербургтың “Зенит” командаһы һөжүм итеүсеһе Артем Дзюба 88 тапҡырға күберәк ала – йылына 300 миллион һумдан ашыуыраҡ.
Шуны әйтергә кәрәк: Гамидтың атаһы Руслан Агаларов та заманында “Анжи” командаһы составында билдәле ярымһаҡсы булған. Ул чемпионаттың иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегенә ингән. Атаһының данлы юлын хәҙер улы ла лайыҡлы дауам итә.
Айһылыу НИЗАМОВА