Спорт һәм туризм
17 Декабрь 2021, 08:56

Командала ике юлаевсы бар

“Салауат Юлаев” хоккей клубы.“Салауат Юлаев” хоккей клубы.
Фото:“Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Тиҙҙән, 26 декабрҙән  5 ғинуарға тиклем, хоккей буйынса Йәштәр донъя чемпионаты ойошторола.

15 декабрҙә йыйылма команда Канаданың Ред-Дир ҡалаһына осто. 25 декабргә тиклем  унда  күнекмәләр бара һәм бер юлы контроль осрашыуҙар үткәрелә.

Республикабыҙ хоккей көйәрмәндәре өсөн ҡыуа­ныслы хәбәр: илебеҙҙең йыйылма командаһы составында “Салауат Юлаев”  клубынан ике уйынсы бар. Уларҙың береһе – 10 ғинуарҙа 20 йәшлек  тыу­ған көнөн билдәләйәсәк һөжүм итеүсе Шакир Мөхә­мәҙуллин (һүрәттә). Ул – “Салауат Юлаев”  хоккей командаһы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

2020 йылдың 5 сен­тябрендә Череповецтың “Северсталь” коман­да­һына ҡаршы уйнағанда егет беренсе шайбаһын индергәйне. Шулай итеп, ул “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лига­һында шайба кереткән иң йәш уйынсы булып танылды.

Тағы бер юлаевсы – һө­жүм итеүсе Александр Пашин – донъя кимә­лендәге ярыштарҙа үҙ көсөн һы­наясаҡ. Ул да, Шакир кеүек, 2002  йылғы. Александр –  командабыҙҙың техник йәһәттән көслө хоккейсыларының береһе. Хатта сит ил скауттары ла быны таный.

Йәштәр донъя  чемпионатында көс һынашасаҡ 10 йыйылма команда ике төркөмгә бүленеп, Эдмонтонда, Ред-Дирҙа уйная­саҡ.

Түбәндә һеҙҙең иғти­бар­ға Рәсәй команда­һының Өфө ваҡыты буйынса дәғүәселәре күрһә­телгән ярыштар теҙмәһен тәҡдим итәбеҙ:

27 декабрҙә (02:30 сәғәттә) –  Швеция;

28 декабрҙә (02:30) –  Швейцария;

30 декабрҙә (02:30) – Словакия;

1 ғинуарҙа (07:30) – АҠШ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас