

Өфө спортсыһы Семен Елистратов 2014 йылғы Сочиҙағы Олимпиадала эстафетала олимпия чемпионы тип танылғайны.
Тағы дүрт йылдан һуң Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1500 метр арауыҡҡа уҙышта бронза миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ 2015 йылда донъя чемпионатында – алтын, 2013 йылда көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ул шулай уҡ – күп тапҡыр Европа чемпионы. 1-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Семен Елистратов – 2007 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы составында.
Шуныһы һөйөнөслө: күптән түгел Семен Елистратовтың киләһе йылдың февралендә Пекинда ойоштороласаҡ XXIV Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашасаҡ илебеҙ йыйылма командаһына эләгеүе мәғлүм булды.
2022 йылғы Ҡышҡы Олимпиада 4 февралдән 20-һенә тиклем үтәсәк. Әйткәндәй, Ҡытайҙың Пекины йәйге Олимпия уйындары ла (2008 йыл), ҡышҡы Олимпия уйындары ла уҙған беренсе ҡала буласаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА