

Кисә Башҡортостан Республикаһында күмәк спорт өлкәһендә күптән көтөлгән ваҡиға – «XVII Халыҡ-ара һуғыш сәнғәт форумы» мультиспорт проекты башланды. Быйыл был проект Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды конкурсы еңеүсеһе булды һәм ошо сараны уҙғарыуға Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алды. Сараны ойоштороусылар – Рәсәйҙең Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Һуғыш сәнғәте союзы, Башҡортостандың Спорт министрлығы.
Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙәге еңеү традициялары һәм күренекле спортсылары менән билдәле спорт төбәктәренең береһе. Өфө бер нисә тапҡыр халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итте. Быйылғы форумда иһә Рәсәйҙең 40 төбәгенән һәм сит илдәрҙән ике меңдән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ.
Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендәге бер үк ваҡытта 14 майҙансыҡта 15 һуғыш сәнғәте, спорт, көнсығыш һәм милли көрәш төрө буйынса ярыштар, фестиваль программалары, күрһәтмә сығыштар, оҫталыҡ дәрестәре һәм семинарҙар үтәсәк.
Бөгөн киске сәғәт 6-ла билбаулы көрәш буйынса Донъя кубогы ярыштарын асыу тантанаһы һәм төрлө көрәш төрҙәре буйынса Гала-финал программаһы уҙасаҡ. Ә 19 декабрҙә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән билдәле спортсылар «ICLAS-MMA» халыҡ-ара көрәшселәр лигаһының Гран-приһы сиктәрендә чемпион билбауы өсөн көрәшәсәк. Төп саралар онлайн режимда күрһәтелә.
Фото: Рәсәйҙең Һуғыш сәнғәте федерацияһы.