Спорт һәм туризм
18 Декабрь 2021, 10:00

Тигроша беҙҙе август айында көтә

Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Калининградта, Ярославлдә, Ҡазанда, Екатеринбургта, Өфөлә, Новосибирскиҙа, Кемеровола, Красноярскиҙа волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла.

Тигроша беҙҙе август айында көтәТигроша беҙҙе август айында көтә
Тигроша беҙҙе август айында көтә

«Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығында 26 августан 11 сентябргә тиклем Рәсәйҙең 10 ҡалаһында үтәсәк волейбол буйынса Донъя чемпионатына әҙерлек мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ойоштороу комитеты етәксеһе Роман Станиславов уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны. Волейбол буйынса донъя чемпионаты башланыуға тиклем бер йыл ҡалғас уҙғарылған сараны ул 2021 йылдың төп ваҡиғаһы тип атаны. Уның барышында тәүге раунд төркөмдәренең составы билдәләнде, шулай уҡ ошо төркөмдәрҙе ҡабул иткән ҡалалар бүленде. Бынан тыш, бөтә Рәсәй тауыш биреүе сиктәрендә чемпионат талисманы – Тигроша юлбарыҫы – һайланды.

«Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығындағы матбуғат конференцияһында Рәсәйҙә ир-егеттәр командалары араһында Волейбол буйынса донъя чемпионатының тәүге амбассадорҙары - данлыҡлы волейболсылар Екатерина Гамова һәм Сергей Тетюхин иғлан ителде.

2022 йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем илдең 10 ҡалаһында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Калининградта, Ярославлдә, Ҡазанда, Екатеринбургта, Өфөлә, Новосибирскиҙа, Кемеровола, Красноярскиҙа волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Чемпионатта 24 милли йыйылма команда ҡатнаша: Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы командаһы, Польша, Тунис, Камерун, Италия, Словения, Бразилия, Аргентина, Пуэрто-Рико, Канада, Франция, Америка Ҡушма Штаттары, Сербия, Куба, Нидерланд, Германия, Мексика, Төркиә, Мысыр, Катар, Болгария, Япония, Иран.

Волейбол буйынса донъя чемпионатының уйын ареналары түбәндәгесә рәсми раҫланды:

  1. Мәскәүҙә «ВТБ Арена».
  2. Санкт-Петербургта ике арена: «Боҙ һарайы» «Сибур Арена».
  3. Калининградта «Янтарь» спорт һарайы.
  4. Ярославлдә «Арена 2000» универсаль комплексы.
  5. Көньяҡ-Көнбайыш волейбол үҙәге.
  6. 6.«Өфө-Арена» боҙ һарайы.
  1. Красноярскиҙа Иван Ярыгин исемендәге спорт һарайы.
  2. Новосибирскиҙа «Локомотив» төбәк волейбол үҙәге.
  3. Кемерово ҡалаһында «Кузбасс-Арена» спорт комплексы.

Фото: «Рәсәй бөгөн» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас