

Быйыл йәй Токиола уҙған XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында беренсе алтын миҙалды яуланы.
Ярыштарҙа Рәсәй рапирасылары Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Аделина Заһиҙуллина һәм Марта Мартьянова Токиола барған йәйге Олимпия уйындарында команда турниры ярымфиналында АҠШ спортсыларын еңгәйне.
28 йәшлек Аделина Заһиҙуллина– команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019 йылдар) һәм Европа чемпионы (шулай уҡ 2016, 2019 йылдар), Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза миҙал эйәһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры – Ольга Шагаева.
Ике ил спортсылары көс һынашҡан осрашыу 45:42 иҫәбенә тамамланды. Әйткәндәй, матч башында ҡыҙҙарыбыҙ Америка спортсыларынан ҡалыша ине. Һигеҙ алыштан һуң ғына алға сыға алдылар. Был ярымфиналда Инна Дериглазова, шәхси алыштағы кеүек, Америка спортсыһы Ли Кифер менән осрашты. Был юлы көрәш 6:6 иҫәбенә тамамланды. Ошо хәл спортсыларыбыҙға еңеү яуларға ярҙам итте.
Аделина спорттың ошо төрөн дәғүәсе менән күҙмә-күҙ ярыша алыу мөмкинлеге өсөн һайлаған. Өфө ҡыҙы фехтование менән 10 йәшенән шөғөлләнә башлаған. Башта 23-сө олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнгән, артабан спорт йүнәлешендәге 5-се республика спорт мәктәп-интернатында күнекмәләр үткәреүен дауам иткән.
Аделинаның хәләл ефете Егор Попов – спортсының тренеры ла. Ул спортта ғына түгел, тормошта ла – ҡатынының ныҡлы терәк-таянысы.
– Ҡыуанысым сикһеҙ! Аделина Токиолағы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең беренсе башҡорт алтын миҙалын яуланы. Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүгеләрҙән булып! Бындай еңеүгә күптән ынтылдыҡ, – тип белдергәйне Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең спорт мастеры Егор Попов йәйгеһен Токиола уҙған XXXII йәйге Олимпия уйындарында.
“Олимпия уйындарында алтын миҙал яулау хыялым бар” тигән уй-ниәте тормошҡа ашты Аделина Заһиҙуллинаның. Киләсәктә ул тағы ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшер, республикабыҙ данын башҡа тарафтарға таратыр, тигән өмөттәбеҙ.