

2021 йылда Башҡортостанда байтаҡ спорт саралары, шул иҫәптән донъя кимәлендәгеләре лә ойошторолдо. Әйткәндәй, уларҙың барыһында ла коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү саралары күҙәтелде. Өфөлә үткәрелгән йәш үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелде һәм унда 55 илдән бер меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 16 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Берләштерелгән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм йәш үҫмерҙәр араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты беренселегенең ҡунаҡтары менән осрашты.
– Ниһайәт, ошондай ҙур, сағыу спорт сараһының илебеҙҙә үткәрелеүенә өлгәштек, – тип белдергәйне сарала республика Башлығы Радий Хәбиров. – Көрәш буйынса донъя чемпионаты ике йыл буйы ойошторолманы. Башҡортостандың уны үткәреү урынына әүерелеүе – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ. 55 илдән бер мең атлетты ҡаршы алыуға оҙаҡ, ныҡлы әҙерләндек.
Берләшкән көрәш донъяһы президенты, Халыҡ-ара олимпия комитетының допинг буйынса комитеты етәксеһе Ненад Лалович Өфөлә донъя беренселеген ойоштороуға ҙур баһа бирҙе.
– Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә планета кимәлендәге масштаблы турнир үткәрелә. Был тиккә түгел, сөнки Башҡортостанда спорт көрәше йолалары көслө, – тине ул.
– Бөгөн Өфөлә сығыш яһаған спортсылар өс йылдан Париждағы Олимпиадала үҙҙәренең милли йыйылма командаһы намыҫын яҡлаясаҡ. Беҙ хәҙер үк буласаҡ чемпиондарҙы күрә алабыҙ, – тип белдерҙе үҙ сығышында данлыҡлы көрәшсе Михаил Мамиашвили. – Башҡортостанға килгәндә, совет осоронан алып бында ҡеүәтле көрәш мәктәбе бар. Билдәле тренер Владимир Борман әллә күпме чемпион һәм призлы урындар яулаған спортсылар тәрбиәләне. Бөгөн иһә Радий Фәрит улы Хәбировтың мәктәптәрҙә көрәш секцияһын булдырыуы бик мөһим һәм ҙур мәғәнәгә эйә.
Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһы составында республикабыҙҙан Аделина менән Карина Мырҙабаевалар уңышлы сығыш яһап, алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа илебеҙ спортсылары биш алтын миҙал яуланы. Шул иҫәптән Башҡортостан көрәшселәре Сәйед-Хөсәйен Баҡаев һәм Адлан Амриев ике алтын миҙал хужаһы булды. Аделина Мырҙабаеваға грэпплинг һәм грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә еңгән өсөн ике алтын миҙал тапшырылды.
Донъя чемпионатында 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Башҡортостандан Карина Мырҙабаева беренсе урынға сыҡты. Ул грэпплинг-ги буйынса ярыштарҙа ла алтын миҙалға лайыҡ булды.
Шуныһы үҙенсәлекле: Карина икенсе көн рәттән, үҙенең ауырлыҡ үлсәме буйынса башҡа дәғүәсе табылмау сәбәпле, балаҫҡа ярышырға сыҡмайынса ғына алтын миҙал эйәһе булды.
Рәсәйҙең грэпплинг буйынса йыйылма командаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Валерия Давыдова 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көмөш (грэпплинг) һәм бронза (грэпплинг-ги) миҙал яуланы. Әйткәндәй, көрәштең грэпплинг һәм грэпплинг-ги төрҙәрендә уңышлы сығыш яһаған спортсыларыбыҙҙың – апалы-һеңлеле Аделина менән Карина Мырҙабаеваларҙың, Валерия Давыдованың тренерҙары – Яна Беликова һәм Әлфиә Әлимғужина.
Донъя чемпионатында грек-рим көрәше буйынса ярыштарҙа Сәйед-Хөсәйен Баҡаев 63 килограмға тиклемге ауырлыҡта Белорет һәм Башҡортостан намыҫын лайыҡлы яҡланы һәм алтын миҙал яуланы. Уның тренерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Коробов һәм Илдар Ғилманов.
Донъя чемпионатының грек-рим көрәшендә республикабыҙ исеменән сығыш яһаған һәм алтын миҙал яулаған икенсе спортсыбыҙ Адлан Амриев – грек-рим көрәше буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (тренерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рәмил Сираев, Геннадий Сырцев һәм Баһауетдин Хакиев).
Башҡортостанда үткәрелгән был ярыштар – үҫеп килгән йәш быуынға ҙур инвестиция ул. Ошондай кимәл, йәғни республикабыҙ спортсыларының призлы урындар яулауы ғәйәт ҙур дәүләт хәстәрлеге хаҡында һөйләй. Бәләкәй ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа ла чемпиондар тәрбиәләнә ала, тигәнде аңлата.