Спорт һәм туризм
21 Декабрь 2021, 12:50

Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә яҡшы хәбәр менән бүлеште.

Туристик кешбэк программаһы оҙайтылаТуристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла

“Башҡортостан ҡышы айырым бер гүзәллеге менән арбай. Тауҙарҙың ҡарҙан өйөлгән түбәләстәре, мәмерйәләрҙәге боҙ скульптуралары, әкиәти урман! Сәләмәт тормошҡа илткән саңғыла йөрөр, боронғо ауылдар күркәмлеген күрер, тауҙарға үрмәләп үҙеңде һынап ҡарар өсөн барыһы ла бар. Һүрәттәрҙә – Башҡортостандың ҡышҡы сихри матурлығын байҡау мөмкинлеге биргән урындар. Ҡышҡы оҙон ялдарҙы, каникулды планлаштырығыҙ.

Беҙҙә тыуған яҡты һөйөүселәр өсөн яҡшы яңылыҡ бар: туристик кешбэк программаһы 2022 йылда ла дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уға ярашлы, сарыф ителгән сығымдарҙың 20 процентын кире ҡайтарырға була.

Бының өсөн ни эшләргә?

  1. “Мир” картаһын ошо түләү системаһының лояллек программаһында теркәргә.
  2. Юл сығымдарын һайлап алған туроператор, агентлыҡ, ҡунаҡхана йә агрегатор сайты аша түләгеҙ.
  3. Түләүҙе программа эшләгән ваҡытта – 2022 йылдың 18 ғинуарынан алып 12 апреленә ҡәҙәр башҡарырға.
  4. Сәйәхәтте теләгән бер төбәккә, 18 ғинуарҙан 30 апрелгә тиклем планлаштырырға.
  5. Круизға навигация асылған ваҡыттан сығып китеп, 1 июнгә хәтлем әйләнеп ҡайтырға.

Мөһим!  Программала ҡатнашҡан партнерҙар сайты аша һатып алған хәлдә генә аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтарырға була! Ҡатнашыусылар исемлеген Программаның мирпутешествий.рф рәсми порталында ҡарарға мөмкин”.

Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Туристик кешбэк программаһы оҙайтыла
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас