

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Абҙаҡта хоккей ҡабы асылыуы тураһында хәбәр итте.
"2015 йылда #bashstudents әүҙемселәре Мәскәү һәм Санкт-Петербург университеттарынан студенттарыбыҙ ҡатнашҡан "Прорывfest" белем биреү форумын үткәрергә ҡарар иткәс, республика властары был сараны республикала уҙғарырға ярамай, тип иҫәпләгән. Ошоно ишеткәс, бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар иттем.
Әммә ярҙам көтмәгәндә килде һәм бөтөнләй көтмәгән ерҙән. Абҙаҡ ауылы халҡы, эшҡыуарҙары миңә баһалап бөткөһөҙ ҙур булышлыҡ күрһәтте. Көндөҙ беҙ барыһын да Абҙаҡта ойошторҙоҡ, "Роспотребнадзор"ҙың санитар-эпидемиологик иҫкәрмәләрен иҫәпкә алдыҡ. Форум үтте. Был ауылда мин Мәжит Зарипов менән дуҫлаштым.
Абҙаҡта тыйнаҡ, әммә әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған кешеләр йәшәй. Һәм Мәжит Зарипов миңә хоккей ҡабы төҙөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, был эштә ҡатнашмай булдыра алманым. Бағыусы таптыҡ һәм ярты йыл эсендә проект тормошҡа ашырылды. Финанс ярҙам өсөн Алик Евгеньевич Лысюкка ҙур рәхмәт!
Абҙаҡта хоккейҙы өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ярата. Уларҙың командаһы республиканың урындағы иң боронғоларҙың береһе, ул күптән түгел 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне", - тип яҙҙы Азат Бадранов.
Фото һәм видео: Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.