Спорт һәм туризм
27 Декабрь 2021, 18:00

Еңеү кемдә?

“Салауат Юлаев” менән "Себер"ҙең Новосибирскиҙағы уйыны һөҙөмтәһе овертаймда асыҡланды.

Еңеү кемдә?Еңеү кемдә?
Еңеү кемдә?

Бөгөн “Салауат Юлаев” Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатында “Себер” командаһы менән осрашты.

Новосибирскиҙа уҙғарылған матчтағы иҫәпте һөжүм итеүсебеҙ Николай Кулемин асты. 22-се минутта “Себер” командаһынан яуапты Валентин Пьянов “бирҙе”. 35-се минутта иһә “Себер” алға сыҡты (Евгений Чесалин голы). 30 секундтан һуң юлаевсылар иҫәпте тигеҙләне (Михал Науменков голы).

Еңеүсе иһә овертаймда асыҡланды: боҙ хужаларынан Ник Шор “Салауат Юлаев” командаһы ҡапҡаһына шайбаны сәпәне.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас