

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Абҙаҡта хоккей майҙансығы асылыуы тураһында хәбәр итте.
“2015 йылда #bashstudents әүҙемселәре Мәскәү һәм Санкт-Петербург университеттарынан студенттарыбыҙ ҡатнашҡан “Прорывfest” белем биреү форумын үткәрергә ҡарар иткәс, республика властары был сараны республикала уҙғарырға ярамай тип иҫәпләгән. Ошоно ишеткәс, бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар иттем.
Әммә ярҙам көтмәгәндә бөтөнләй икенсе ерҙән килде. Абҙаҡ ауылы халҡы, эшҡыуарҙары миңә баһалап бөткөһөҙ ҙур булышлыҡ күрһәтте. “Роспотребнадзор”ҙың санитария-эпидемиология иҫкәрмәләрен иҫәпкә алып, форум үткәрҙек. Был ауылда Мәжит Зарипов менән дуҫлаштым.
Абҙаҡта тыйнаҡ, әммә әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған кешеләр йәшәй. Һәм Мәжит Зарипов миңә хоккей майҙансығы төҙөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, был эштә ҡатнашмай булдыра алманым. Бағыусы таптыҡ, ярты йыл эсендә проект тормошҡа ашырылды. Финанс ярҙамы өсөн Алик Евгеньевич Лысюкка ҙур рәхмәт!
Абҙаҡта хоккейҙы өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ярата. Уларҙың командаһы – республиканың урындағы иң өлкәндәренең береһе, ул күптән түгел 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне”, – тип яҙҙы Азат Бадранов.
Л. ҒАФАРОВА.