

Өфөлә "Туристик индустрия лидерҙары. Башҡортостан-2021" наградаһын тапшырыу тантанаһы үтте.
"Туристик индустрия белгестәре араһында премия башланғыстарға булышлыҡ итеү, лайыҡлыларҙы бүләкләү, ә иң мөһиме — "Башҡорт" туристик баҙарын үҫтереү маҡсатында булдырылған. "Туристик индустрия лидерҙары" премияһын тапшырыу тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең яратҡан байрамы ғына түгел, ә был награда ышаныслы сифат билдәһе лә булып тора", – тип билдәләне Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Быйыл конкурста 60 номинант билдәләнде. Еңеүселәрҙең исемлеге менән түбәндәге һылтанма аша инеп танышырға була: https://tourism.bashkortostan.ru/presscenter/news/420872/
Фото: Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты сайты.