Спорт һәм туризм
30 Декабрь 2021, 17:30

Спорт өлкәһенә – юғары баһа

2022 йыл республиканың спорт өлкәһендә Волейбол йылы тип иғлан ителә.

Спорт өлкәһенә – юғары баһаСпорт өлкәһенә – юғары баһа
Спорт өлкәһенә – юғары баһа

30 декабрҙә Өфөлә Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһен үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар 2021 йылда республиканың спорт тармағы эше һөҙөмтәләре һәм киләһе үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләште.

Совет ағзалары алдында видеосәләмләү менән Рәсәйҙең сит ил эштәре министры, Ишеү слаломы буйынса федерацияның попечителлек советы рәйесе Сергей Лавров сығыш яһаны.

- Башҡортостан күптән үҙенең спорт йолалары менән дан тота һәм бында Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн инфраструктура бар, - тине ул. – Республика үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән ғорурлана ала. Башҡортостан спортсылары Рәсәйҙең күп кенә дисциплиналар буйынса йыйылма командаларына ҡарай, төрлө чемпионаттарҙа даими рәүештә еңеүсе була, призлы урындар яулай.

Сергей Лавров 2022 йылда “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә, Өфөлә төбәк баш ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арнап, ишкәкле слалом үҙәгенең төҙөлә башлаясағы хаҡында белдерҙе.

Рәсәй спорт министры Олег Матыцин видеомөрәжәғәттә Башҡортостанда юғары ҡаҙаныштар спорты үҫешенә һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға етди иғтибар бүленеүе хаҡында әйтте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сергей Лавров менән Олег Матыцинды төбәккә юғары баһа бирелгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика етәксеһе үҙ сығышында дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булған физик культура һәм спорт өлкәләренә туҡталды. Ул быйыл августа йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән спорт көрәше буйынса донъя беренселегенә 55 илдән вәкилдәр килеүе хаҡында хәтергә төшөрҙө. Бынан тыш, спортсыларыбыҙ Токиолағы Олимпия уйындарында фехтование буйынса алтын һәм көмөш миҙал, 12 Паралимпия миҙалы яуланы.

 - Беҙ уйындар еңеүселәренә һәм призлы урындарҙы яулағандарға, шулай уҡ республика тренерҙарына өҫтәмә рәүештә премия бирҙек, - тине Радий Хәбиров. – Токиолағы Паралимпия уйындары һөҙөмтәләре буйынса Республика адаптив спорт үҙәген төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул иттек. Уға бассейны булған “Нефтсе” комплексын тапшырасаҡбыҙ һәм тренерҙар составын арттырасаҡбыҙ.

Дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда республикала спорт өлкәһенә федераль бюджеттан 2,3 миллиард һум йәлеп ителгән. Ҙур объекттарҙан быйыл Ишембайҙа боҙ майҙансығы асылды, Гимнастика үҙәге төҙөлөп бөтөп бара.

Башҡортостан Башлығы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөләсәк ҙур объекттар хаҡында ла әйтте. Улар араһында – федераль бюджеттан 1,1 миллиард һум ярҙам бүленгән Көрәш һарайы. Радий Хәбиров республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа финансты йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Юбилей объекттары иҫәбенә ишкәкле слалом комплексы һәм фехтование үҙәге инә. Республика етәксеһе “Ауыл тренеры” программаһының һөҙөмтәлелеген дә билдәләне. Ул педагогтарға ауылда эшләргә булышлыҡ итә.

- Башҡортостан был проектты тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй пионеры булды. Бер нисә төбәк беҙҙән һуң ошондай программа буйынса эш башланы. Проектта ҡатнашҡан тренерҙарға түләүҙәрҙе арттырыу мөмкинлеген ҡарауҙы һорайым, - тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылдан масштаблы физик культура сараларын үткәргән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға 5-шәр миллион һумлыҡ 10 грант бирә башлаясаҡбыҙ.

Төбәк етәксеһе республикала тармаҡтың иң яҡшы белгестәренә – спортсыларға, тренерҙарға, журналистарға – награда мотлаҡлығы хаҡында ла әйтте һәм Башҡортостандың Милли спорт премияһын булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны.

Радий Хәбиров киләһе йылда республиканың ир-егеттәр араһында волейбол буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәген хәтергә төшөрҙө һәм республиканың Спорт министрлығына 2022 йылды спорт өлкәһендә Волейбол йылы тип иғлан итергә ҡушты.

Сығышы аҙағында республика Башлығы Советҡа үтеп барған йылда һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың тармаҡҡа төрлө йәһәттән булышлыҡ итеүҙе дауам итәсәге хаҡында әйтте.

- Спорт – Башҡортостандың мөһим йүнәлештәренең береһе, - тип һығымта яһаны Радий Хәбиров. – Физик культураға, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеп, балаларыбыҙҙың Рәсәйҙең лайыҡлы гражданы булып үҫеүенә булышлыҡ итәсәкбеҙ.

Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы рәйесе Виктор Майгуров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә Италиянан видеобәйләнештә ҡатнашты. Әле унда илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы күнекмәләр үткәрә.

- Әле барлыҡ спорт йәмәғәтселеге Пекинда уҙасаҡ ҡышҡы Олимпиаданы көтә, башҡорт биатлонсылары Эдуард Латипов һәм Антон Бабиков - был Олимпиадала илдең ир-егеттәр йыйылма командаһына һайлап алыуҙың финиш линияһында, - тине Виктор Майгуров. – Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре өсөн халыҡ-ара ярыштарға спортсыларҙы әҙерләүҙә ҙур һәм яҡшы миҫал булып тора.

Өфө биатлонисы Эдуард Латипов әле - Болгарияла ғинуарҙа илдең йыйылма командаһына кандидатлыҡҡа донъя кубогы этабына күнекмәләрҙә.

- Киләһе турнирҙарға әҙербеҙ һәм ил, республика намыҫын яҡлау өсөн Олимпиадаға эләгеү хаҡында хыялланбыҙ, - тине видеобәйләнештә Эдуард Латипов.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов быйыл республикала үткәрелгән халыҡ-ара һәм Рәсәй спорт ярыштарына ҡыҫҡаса һығымта яһаны. Улар дүрт ҙур халыҡ-ара, ил кимәлендәге 36 һәм 5 меңдән ашыу республика һәм муниципаль кимәлдәге ярыштар ҡарай.

 - Башҡортостандағы ярыштарҙа бер спортсы ла коронавирус менән сирләмәне. "Роспотребнадзор" республикабыҙҙа ойошторолған спорт сараларын башҡа төбәктәргә миҫал итеп ҡуйҙы, - тине Руслан Хәбибов. – Әле 2022 йылда үткәреләсәк волейбол буйынса донъя чемпионатына ныҡлы әҙерләнәбеҙ. Уның бер этабы Өфөлә үтәсәк.

“Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәширов, “Өфө” футбол клубы генераль директоры Шамил Ғәзизов һәм башҡалар ҙа сығыш яһаны. Сара аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров өлкәлә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас