Спорт һәм туризм
30 Декабрь 2021, 15:15

Уй-хыялдар тормошҡа аша

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙ йәшлек малайҙар өсөн форма юҡ. Әммә...

Уй-хыялдар тормошҡа ашаУй-хыялдар тормошҡа аша
Уй-хыялдар тормошҡа аша

Башҡортостанда “Теләктәр шыршыһы” хәйриә акцияһы дауам итә.

Йәшел шыршылағы шарҙарҙың береһендә Бәләбәй районынан туғыҙ йәшлек Миа Буциктың теләге яҙылып һалынғайны. Уны республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмиәров алғайны.

"Малай үҙендә “Өфө” футбол командаһы формаһының һәм атрибуттарының булыуын теләгән, сөнки үҙе лә футбол менән мауыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙ йәшлек малайҙар өсөн форма юҡ. Әммә Шамил Ғәзиз улына (“Өфө” футбол клубының генераль директоры) ҙур рәхмәт, башҡорт командаһының күп кенә футболсыларының автографтары яҙылған үҙенсәлекле футбол тубын алырға ярҙам итте", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә депутат.

Миша шулай уҡ форма урынына “Өфө” футбол клубының күп кенә атрибуттарына эйә булған.

Фото: "Башинформ".

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас