Спорт һәм туризм
1 Ғинуар 2022, 12:30

Ун көн эсендә ун ергә өлгөр!

Республика буйлап Яңы йыл маршруттарын тәҡдим итәбеҙ. Ялығыҙ файҙалы үтһен!

Ун көн эсендә ун ергә өлгөр!Ун көн эсендә ун ергә өлгөр!
Ун көн эсендә ун ергә өлгөр!

Яңы йыл байрамдарында нимә эшләргә? Башҡортостандан ситкә китмәйенсә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял үткәреүҙең ун ысулы бар. Был хаҡта Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. 

1) "Торатау" геопаркында "Башҡорт" Ҡыш бабайы ҡаршы алыр

Быйыл да Ҡыш бабай һәм ейәнсәре Ҡарһылыу Торатау итәгендә ҡоролған байрам тирмәһендә ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Уны асыу тантаналы шарттарҙа 18 декабрҙә үтте. Ҡыш бабай тирмәһенән тыш, бында ҡаргиҙәрҙә, санала, өрөп тултырылған бананда йөрөргә, уҡ атырға, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөргә була. Һәр урында һеҙгә үлән сәйе эсеп йылынып алырға тәҡдим итәсәктәр. Торатау янындағы Яңы йыл ҡаласығына барыр булһағыҙ, алдан һорауҙарҙы телефон аша бирергә мөмкин: +7 937 153-20-21.

Ҡышҡы каникул мәлендә "Торатау" геопаркы геогидтары экскурсиялар ҙа үткәрә. Геогидтар оҙатыуында билдәле шихан легендалары менән танышырға, уникаль геологик объектҡа — Рәсәйҙә беренсе булып "Алтын ҡаҙаҡ"ҡа барырға, Уралдағы иң боронғо баҡыр иретеү заводын, Торатау геопаркының башҡа объекттарын ҡарарға мөмкин. Геопарктың ҡабул итеү үҙәге администраторҙары менән телефон аша бәйләнешкә инергә була: +7 (917) 383-10-00, +7 (906) 100-90-98, +7 (917) 496-31-69. 

2) Глэмпингтар эҫе сәй менән һыйларға әҙер

Республикала туризм әүҙем үҫешә — быға эшҡыуарҙарҙың ҡыҙыҡһыныуы һәм тыуған ерҙәренә һөйөү генә түгел, төбәк һәм федераль кимәлдәге дәүләт ярҙамы ла булышлыҡ итә. 2021 йылда төбәктә ҡунаҡтар өсөн бер нисә глэмпинг, туристик үҙәк асыла. Яңы йыл байрамдары мәлендә ойоштороусылар туристарҙы уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеүҙән тыш, ял итеүҙе ойоштороуҙа ла ярҙам итергә әҙер. Әйтәйек, "ҺарыТаш"та (Ғафури районында) алдан теркәлһәң, матур итеп ял итергә була. https://www.instagram.com/zilimglamping/), Goldy glamp (Нуриман районы, https://www.instagram.com/goldy_glamp/), кемпинг "Урманда автобус" (Белорет, Ғафури, Нуриман райондары https://www.instagram.com/bus_in_the_forest/) һ.б. туристарҙы көтә.

3) "Терра Ҡыш" фестивале - йәйәү йөрөргә яратҡандар өсөн

Башҡортостанда 2017 йылдан башлап йыл һайын "TERRA ZIMA" яңы йыл фестивале үткәрелә, унда төрлө күңел асыу программалары, йүгереү марафондары, популяр артистар концерттары, милли ҡышҡы уйындар, Ҡарһылыуҙар парады, йәйәнән атыу, атта һыбай йөрөү, эстафета һәм уйындар буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. 2022 йылды ҡаршы алыу программаһы 31 декабрҙә Каруанһарай алдындағы майҙанда концерт менән башланып, Ағиҙел йылғаһы ярында атлы саналар парады менән тамамланасаҡ.

Ентекле программа — https://www.terra-zima.ru/ сайтында һәм Башҡортостан Туризмды үҫтереү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә - https://www.instagram.com/terrabashkiria/ һәм https://vk.com/tbashkiria.

4) Башҡорт тәмлекәстәрен ауыҙ итегеҙ

10 һәм 11 декабрҙә Өфөлә Туризм буйынса федераль агентлыҡтың II форум-фестиваленә ярашлы "Гастрономия туризмы. "Яңы мөмкинлектәр" урам ризығы фестивале үтте. Сарала "Рәсәйҙең урам аҙыҡ-түлеге" премияһының һайлап алыу турына йомғаҡ яһалды. Конкурста Башҡортостандың, Пермь крайының, Свердловск, Силәбе өлкәләренең проекттары һынау тотто. Беренсе урынды Өфө ҡалаһында беренсе милли фаст-фуды "Ҡыҫтыбый" яуланы, икенсе урын "Башҡорт раффаэллоһы" Kumpan Сafe-һына бирелде. Был ризыҡтарҙың барыһын да теләгән ваҡытта тәмләп ҡарарға була.

5) Ике ҡатлы автобуста – экскурсияға

Быйыл көҙ Өфө буйлап ике ҡатлы автобус экскурсияһы барышында ғәҙәти булмаған программа ла асылды — ҡунаҡтарҙы киске аш менән һыйлайҙар, артистар йырлай һәм баш ҡаланың төнгө тормошо күрһәтелә. Экскурсияларҙы 18 йәштән өлкән ҡунаҡтар өсөн үткәрәләр. Автобус Өфөнөң тарихи үҙәге аша үтә. Төнгө Өфөнө ҡарар өсөн Каруанһарай майҙанына килергә кәрәк. Сәфәрҙәрҙе Башҡортостандың туризм үҫеше үҙәге ойоштора.

Көндөҙ автобус ҡала буйлап көнөнә ике тапҡыр: 15.00 - 16.00 һәм 19.00 - 20.00 сәғәттәрҙә йөрөй. Экскурсияға телефон аша яҙылырға мөмкин: +7 996 582-8627, +7-986-968-6292. https://www.bus102.com/ сайтында теркәлергә лә була. Коллектив ғаризалар ҡабул ителә. 

Социаль селтәрҙәрҙә — https://www.instagram.com/terrabashkiria/ һәм https://vk.com/tbashkiriа - мәғлүмәт табырға була.

6) "Урал легендаһы" көтә

Декабрҙә әүҙем ҡышҡы ял һөйөүселәр популяр тау саңғыһы курорттарына һәм Башҡортостандың Белорет районының матур тау һырттарына "Урал легендаһы" туристик ҡала яны поезында йөрөү мөмкинлегенә эйә. Поезд йыл һайын саңғы миҙгеле башланыу менән "Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө" маршруты буйынса йөрөй. Ҡала яны поезына билеттарҙы "Рәсәй пассажирҙар өсөн тимер юлдары" мобиль ҡушымтаһы, шулай уҡ "Башҡортостан ППК" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең билет кассаларында, терминалдарында һатып алырға мөмкин. Ташламалар ҡаралған, биш йәшкә тиклемге балалар бушлай йөрөй.

Ентекле мәғлүмәтте https://bppc.ru/ сайтында, социаль селтәрҙәрҙә https://www.instagram.com/bppc_ufa/ һылтанмаһы буйынса ҡарарға була.

7) Салауат районында туристарҙы ҡабул итергә әҙерҙәр

Туризмды үҫтерергә һәм фекерҙәштәр табырға теләһәгеҙ, "Янғантау" геопаркында — Башҡортостандың Салауат районы Иҙрис ауылында асылған урынға иғтибар итергә кәрәк. Һүҙ туристик стартаптар, экскурсоводтар, сувенирҙар етештергән һөнәрселәр, тренерҙар, күнекмәләр, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү урыны булып торған IDRIS TRAVEL туристик утрауы тураһында бара. Эш зонаһынан, лекторийҙан тыш, кворкингта өс бүлмәле ҡунаҡхана, мунса, душ урынлашҡан. Биләмәлә шулай уҡ бер нисә уңайлы тирмә менән ике-биш урынлыҡ кемпинг бар. Бәйләнешкә инер өсөн һылтанма — https://idristravel.ru/, +7 987-133-65-61.

8) Бөрө билмәндәре – иң тәмлеһе

2022 йылдың 8 ғинуарында Бөрө ҡалаһында сираттағы тапҡыр "Бөрө билмәндәре" гастрономик фестивале үтәсәк. Федераль кимәлдәге сара туризм өлкәһе белгестәре тарафынан билдәләнә һәм "Гастрономия туризмы өлкәһендәге иң яҡшы сара" номинацияһында Гран-при яулай. 2022 йылда байрам ҡунаҡтары бай байрам программаһы, интерактив майҙансыҡтар, концерт әҙерләгән.

Үткәреү урыны — Бөрө ҡалаһы, Октябрь майҙаны; 11.00 сәғәттә башлана. Сараға инеү бушлай. Социаль селтәрҙәрҙә ентекле мәғлүмәт бар — https://vk.com/event191065718 https://www.instagram.com/birskfest/

9) Мажара эҙләһәгеҙ

Быйыл августа "Торатау" геопаркында туристик маршрут — ял көндәрендә "Геопарк буйлап сәйәхәт" асылды. Ул Туризм буйынса федераль агентлыҡтан 2,5 миллион һум күләмендә грант алды. Эшҡыуарҙар һәр миҙгелдә туристарға ҡыҙыҡлы маршруттар тәҡдим итә: Яңы йыл байрамдарында Асҡын һәм Вертолет мәмерйәләре, Зәңгәр күл, Аҡташ, Уҡлыҡаяны бер көн эсендә барып күрергә була. Маршруттар Стәрлетамаҡтан башлана. Бәйләнеш — https://www.instagram.com/geoparktravel/, https://vk.com/geoparktravel.

10) "Янғантау" геопаркын ҡош бейеклегенән күрергә була

Башҡортостан — йәйгеһен генә түгел, ҡышын да ял итеү өсөн һоҡланғыс урын. "Янғантау" геопаркында ҡыҙыҡлы ял көнө үткәреүҙең шәп ысулы бар. Бер нисә йыл рәттән инде Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның тәүге геопаркы исемен алған “Янғантау” аэростат осоштарын ойоштора. Мәғлүмәтте ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә табырға мөмкин — https://vk.com/id231621129, https://vk.com/id46558134, https://www.instagram.com/alfijaaerostat/?hl=ru һәм +79677444471, +79870212003 телефондарына шылтыратырға була.

Фото: Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас