

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә бер нисә шатлығы менән бүлешкән.
– Йәйге XXXII Олимпия уйындарында (Токио-2020) Башҡортостандан Рәсәйҙең йыйылма командаһында биш спортсы ҡатнашты, шуларҙың икәүһе алтын һәм көмөш миҙал яуланы, ниндәй ғорурлыҡ! – тип яҙған Радий Хәбиров. – Токиолағы Паралимпиадала миҙал һандары буйынса Рәсәй паралимпиадасылары дүртенсе булды, улар бөтәһе 36 – алтын, 33 – көмөш һәм 49 бронза миҙалы яуланы. Шул иҫәптән, Башҡортостан спортсылары 12 миҙал алды. Бөтә паралимпиадасыларға һәм уларҙың тренерҙарҙарына, күп көс түккәндәре өсөн хөрмәтем ҙур.
Радий Фәрит улы Өфөләге юниорҙар араһында ойошторолған спорт көрәше өсөн донъя чемпинаты тураһында ла фекерен белдергән. Башҡортостан Башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йыл һуҙымында спорт ярышын үткәреү тураһында һөйләшеүҙәр алып барғандар. Өфөлә бәйгене үткәреү тураһында Берләшкән Донъя көрәшенең (UWW) президенты Ненад Лалович юғары баһа биргән. Башҡортостан көрәшселәренең әлеге турнирҙа триумфатор булыуы бик мөһим. Юғары һөҙөмтә күрһәткәндәр.
2021 йылда Башҡортостанда дзюдо буйынса Европа команда чемпионаты үтте, ул тарихта икенсе тапҡыр ойошторолдо. Эдуард Латипов, биатлон буйынса донъя кубогы этабында ике – көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы. Бәйге 2021 йылда уҙғарылды. Башҡортостанда “Ауыл тренеры” спорт проекты тормошҡа ашырыла. “Мәктәптәрҙә спорт ярышы” проекты үҙенә 6500 уҡыусы баланы берләштерә. Беҙҙә Гимнастика үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында, басейндар һәм ФОКтар төҙөлә, мәктәптәрҙә спорт залдары ремонтлана. Ошолар тураһында Радий Хәбиров тәфсирләп яҙған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.