

2021 йыл республикабыҙ спорты өсөн сағыу ваҡиғаларға бай булды. Өфөлә спорт көрәше буйынса йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән чемпионатта Белорет егете Сәйед-Хөсәйен Бакаев алтын миҙал яуланы. Ул 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ярымфиналда – Румыния спортсыһы Мануэл Стойкты, финалда Грузия көрәшсеһе Диего Чхиквадзены еңде.
Сәйед-Хөсәйен – грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры. Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында еңгән, Рәсәйҙең йәш үҫмерҙәр беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡҡан. Биш йәшендә спорт менән шөғөлләнә башлаған егеттең тренерҙары - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Коробов һәм Илдар Ғилманов.
Үткән йәй ярыштар башланыр алдынан Сәйед-Хөсәйен: “Көслө, мауыҡтырғыс алыштар көтөлә, еңел булмаясаҡ, чемпионатҡа миҙал өсөн киләләр”, - тип белдергәйне һәм, шулай итеп, ул һүҙендә торҙо, беренселекте яуланы!
Фото: Александр Орешников.