Спорт һәм туризм
6 Ғинуар 2022, 12:30

Яулайһы үрҙәре күп әле!

Семен бала сағында атаһының ҡушыуы буйынса тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, тик тиҙҙән ул был спорт төрөнөң күңеленә ятмауын аңлаған...

Яулайһы үрҙәре күп әле!Яулайһы үрҙәре күп әле!
Яулайһы үрҙәре күп әле!

Өфөнән Семен Елистратов 2014 йылда Олимпия уйындары чемпионы тип танылды, 2018 йылдағы Олимпия уйындарында бронза миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ донъя чемпионатында, Европа чемпионаттарында һәм башҡа спорт сараларында еңеү яулаған.

Семен бала сағында атаһының ҡушыуы буйынса тхэквондо менән шөғөлләнә башлаған, тик тиҙҙән ул был спорт төрөнөң күңеленә ятмауын аңлаған, артабан хоккейҙа үҙен һынап ҡараған. Мәктәптә V класта белем алғанында тренер Андрей Максимов менән осрашыу егеттең барлыҡ тормошона үҙгәрештәр индергән. Шулай итеп, ул баш ҡаланың Октябрь районындағы 1-се олимпия резервындағы спорт балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шорт-трек буйынса күнекмәләр үткәргән.

Былтыр 22-24 ғинуарҙа Семен Елистратов Европа беренселегендә бер юлы өс алтын миҙал яуланы. Спорт сараһы Польшаның Гданьск ҡалаһында үтте. Башҡортостан спортсыһы 1000 һәм 1500 метрға йүгереүҙә еңде, шулай уҡ күпбәйгелә беренселекте алды. Семен Елистратов ир-егеттәр араһында абсолют Европа чемпионы булды.

Былтыр көҙ Семен Елистратов шорт-трек буйынса донъя кубогы этабында 1500 арауыҡҡа ярыштарҙа алтын миҙал яуланы.

Әйткәндәй, Пекиндағы донъя кубогы этабы ярыштары 2022 йылда уҙасаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн бер баҫҡыс булып тора ине.

Фото: ntv.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас