

Германияның Оберхов ҡалаһында биатлон буйынса донъя кубогының сираттағы этабы бара. Бөгөн яҡташыбыҙ Антон Бабиков командалашы Кристина Резцова менән яңғыҙ ҡатнаш эстафетала (сингл-микст) еңеү яуланы.
Был бәйге бик мауыҡтырғыс, сөнки командала ике спортсы ғына йүгерә. Рәсәй командаһы эстафетала 12 өҫтәмә патрон ҡулланды һәм бер тапҡыр штраф дистанцияһын да йүгерҙе. Шулай булһа ла, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урынды – Австрия, өсөнсөнө Украина командалары алды.
Был Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы спортсыларының Оберховтағы икенсе сағыу еңеүе. Кисә спринт дистанцияһында Александр Логинов беренсе урын яулағайны, ә Антон Бабиков бишенсе булып старт һыҙығын үтте.
Команданың лидеры булған икенсе яҡташыбыҙ Эдуар Латипов, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был этапта ҡатнаша алмай – “COVID-19”ға биргән тест һөҙөмтәһе ыңғай булған. Шуға ла уны ваҡытлыса ҡурсаланыуға ебәргәндәр. Тиҙерәк һауыҡһын, алда - ҡышҡы Олимпиада уйындары.
Фото: https://vk.com/bashkortostanim