Спорт һәм туризм
8 Ғинуар 2022, 14:34

Көс, ҡыйыулыҡ һәм сәләмәтлек байрамында

vk.comvk.com
Фото:vk.com

Учалы районы үҙенең спортсылары менән дан тота. Йыл һайын төрлө ярыштар, чемпионаттар үткәрелә. Күп спортсылар республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшә.

Йыл аҙағында Учалы филармо­ния­һында, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын йомғаҡлап, “Чемпиондар балы” үтте. Байрам спортсылар, тренерҙар, физик культура уҡытыусылары һәм спорт ветерандарын ғына түгел, ә сәләмәт тормош алып барғандарҙы һәм уны про­пагандалағандарҙы берләштерә.

Был хаҡта район хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Алик Сәләхетдинов  сығышында билдәләне, төрлө ярыш­тарҙа һынатмауын билдәләне һәм спортсыларға, тренерҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уңыштар, сағыу еңеүҙәр теләне.

2021 йылда Учалы спортсылары каратэ, көрәш, еңел атлетика, футбол, хоккей, чирлидинг, шашка, йөҙөү һәм башҡа бихисап спорт төрҙәре буйынса чемпионаттарҙа еңеү яуланы һәм маҡтаулы урындарға лайыҡ булды. Ете спортсы – Рәсәй, 112-һе республика йыйылма командаһына инде.

Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Таһир Мәхмүтов бәйән итеүенсә, өс спортсы – Вадим Шушарин, Данил Панов, Аделия Йомабаеваға кикбоксинг буйынса спорт мастеры исеме бирелде. Шулай уҡ аэробика, саңғы, пауэрлифтинг, кикбоксинг, еңел атлетика, гер спорты буйынса 30 спорт мастеры кандидаты бар.

Был көндә, ғәҙәттәгесә, юғары күрһәткескә өлгәшкән спортсыларға, тренерҙарға, педагогтарға Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, махсус билдәләр тапшырылды. Шулай уҡ хеҙмәт коллективтары, студенттар, ауыл биләмәләре, мәктәп уҡыусылары спартакиадалары еңеүселәре, призерҙары билдәләнде.

Юғары һөҙөмтә һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн тренерҙар Рәмил Әхмәтйәнов, Ринат Сабанбаев, Таһир Мәхмүтов, Денис Ямалетдинов Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Почет грамоталары менән бүләкләнде.

Физик культураны үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, спорт ҡоролмаларын техник йыһазландырыу ҙа әһәмиәтле роль уйнай. Район хакимиәте йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҙур эш алып бара. Спорт залдарын, объекттарҙы, балалар ихаталарын үҙгәртеп ҡороуға, төҙөклән­дереүгә етди иғтибар бүленә.

Сәләмәт тормошҡа, спортты үҫте­реүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тигән фекерҙә сараны ойоштороусылар.

 

Вилиә ЯНБАЕВА.

 

Учалы ҡалаһы.

Читайте нас