

Турнир хужалары Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен райондары командаларын ҡабул итте. Сараны асыу тантанаһында спортсыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов йылы тәбрикләне һәм иң көслөләргә еңеү теләне.
Ҡурҡаҡ ҡына хоккей уйнамай, тигәндәй боҙға һәр команда ҙур әҙерлек менән килгән. Алыш та ҡыҙыу барҙы, хатта ниндәйҙер минутта боҙ майҙансығы ла ирегәндәй тойолдо. Шулай ҙа Баймаҡ районының "Алдар батыр" командаһына тиңләшеүсе табылманы, улар хаҡлы рәүештә Кубок яуланы. Көмөш призер исеменә Күгәрсен районы хоккейсылары лайыҡ булһа, ә майҙан хужалары, хәйбуллалар өсөнсө урын яуланы.
Баймаҡ командаһын Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ҡотлап, түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған: "Хоккей - шайба, сәкән, боҙ ғына түгел, ә көрәш, характер, ҡыйыулыҡ та ул".
Афарин, баймаҡтар!
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.