Спорт һәм туризм
10 Ғинуар 2022, 17:00

“Салауат Юлаев” хоккейсылары “Авангард” менән осрашырмы?

Бөгөн беҙҙең команда һаҡсыһы Шакир Мөхәмәҙуллиндың тыуған көнө. Яҡташыбыҙҙы 20 йәше менән ҡотлап, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!

“Салауат Юлаев” хоккейсылары “Авангард” менән осрашырмы?“Салауат Юлаев” хоккейсылары “Авангард” менән осрашырмы?
“Салауат Юлаев” хоккейсылары “Авангард” менән осрашырмы?

Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатты үткәреү буйынса оператив кәңәшмәнән һуң уның дауам итеүе хаҡында ҡарар ҡабул итте. Әммә “Салауат Юлаев” – “Авангард” матчы үткәрелмәйәсәк. Ул 12 ғинуарҙа булырға тейеш ине.

Быға сәбәп – Өфө клубындағы 20 хоккейсының, биш тренерҙың һәм команданың бер вәкиленең коронавирус инфекцияһына бирелгән тестарының ыңғай һөҙөмтә күрһәтеүе. “Был йәки быға тиклем үткәрелмәгән матчтарҙы һуңғараҡ уҙғарыу мөмкинлеге тураһындағы ҡарарҙы лига өҫтәмә рәүештә ҡабул итәсәк. 2022 йылдың 11 ғинуарында континенталь хоккей лигаһы клубтары менән эпидемиологик хәл һәм регуляр чемпионатты тамамлау, плей-оффты үткәреү сценарийҙары кәңәшмә ойошторласаҡ”, – тиелә Континенталь хоккей лигаһының рәсми хәбәрендә.

Быға тиклем “Салауат Юлаев” хоккей клубының Ригала, Хельсинкиҙа булырға тейешле матчтары үткәрелмәне.

Әйткәндәй, бөгөн юлаевсы Шакир Мөхәмәҙуллиндың тыуған көнө. Уға 20 йәш тулды. Шакирҙы ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.

Шакир Мөхәмәҙуллин – “Салауат Юлаев” һаҡсыһы. Ошо хоккей командаһы мәктәбендә тәрбиәләнгән. Шакир 2018/19 йылда профессиональ кимәлдә “Толпар” йәштәр командаһы составында уйнай башланы. 2019/20 уйын миҙгелендә “Салауат Юлаев”тың төп составында сығыш яһау бәхетенә өлгәште.

2020 йылдың  5 сентябрендә Череповецтың “Северсталь” командаһына ҡаршы уйнағанда 18 йәшлек Шакир лигала беренсе шайбаһын индерҙе. Шулай итеп, ул “Салауат Юлаев”тың Континенталь хоккей лигаһында шайба кереткән иң йәш уйынсы булып танылды. Бынан тыш, лигалағы 2002 йылғылар араһында рәсми матчта гол менән айырыла алған беренсе хоккейсы.

Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас