Спорт һәм туризм
10 Ғинуар 2022, 14:45

Ун көндә - 12 миҙал

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлап, яңы уңыштар теләне.

Ун көндә - 12 миҙалУн көндә - 12 миҙал
Ун көндә - 12 миҙал

2022 йылдың 1 ғинуарынан 9-ына тиклем Башҡортостан спортсылары халыҡ-ара һәм Рәсәй ярыштарында 12 миҙал яулаған, шул иҫәптән ете алтын, ике көмөш һәм өс бронза. Был турала бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе.

Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа Латвияның Сигулда ҡалаһында бобслей һәм скелетон буйынса Донъя кубогының алтынсы этабы уҙҙы. Башҡортостан вәкиле Ростислав Гайтюкевич Михаил Мордасов менән бергә “икеле” ярыштарында тәүге урынды алды. 6 ғинуарҙа мотоуҙышсы Никита Богданов (Өфө) Свердловск өлкәһендәге боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатында “алтын” яуланы.

"Боҙҙа мотоуҙыш буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы, Башҡортостан спортының тағы бер тәрбиәләнеүсеһе Динар Вәлиев менән Никита Богданов 2022 йылғы шәхси донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ", – тине Башҡортостандың спорт министры.

7 ғинуарҙа Екатеринбургта еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Бөрө атлеты Матвей Тычинкин 2,25 метр һөҙөмтә менән “бейеклеккә һикереү” дисциплинаһында еңеүсе булды.

8 ғинуарҙа Германияның Оберхоф ҡалаһында Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков Кристина Резцова менән бергә биатлон буйынса Донъя кубогы этабының ҡатнаш эстафетаһында “алтын” яуланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәрҙе лайыҡлы наградалары менән ҡотланы һәм артабан да уңыштар теләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас