Спорт һәм туризм
11 Ғинуар 2022, 11:00

"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."

Башҡортостандың матурлығын диңгеҙ аръяғындағы илдәр ҙә алмаштыра алмай. Тик беҙгә туризм шарттарын яҡшыртыу буйынса эшләргә, төрөктәрҙән хеҙмәтләндереүгә өйрәнергә кәрәк.

"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар...""Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."
"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Яңы йыл байрамын ғаиләһе менән Башҡортостанда үткәргән.

– Бына ял да тамамланды. Беҙ Яңы йылды йола буйынса ғаиләбеҙ менән өйҙә ҡаршыланыҡ. 2 ғинуарҙа Күгәрсен районындағы тыуған ауылыма юлландыҡ. Унда йортто һәм мунсаны ҡарҙан тарҙарттыҡ, быға тиклем ҡул теймәгән ваҡ ремонт эштәре менән шөғөлләндек. Ҡаргиҙәрҙә урманға сыҡтыҡ, ҡоланыҡ, ҡар ҡаҙырға тура килде, ҡараңғы төшөүгә генә әйләнеп ҡайттыҡ. Кисен мунса яҡтыҡ, сабындыҡ, – ти ул.

4 ғинуарҙа Байғусҡаровтар ғаиләһе Мораҡ, Ҡотан һәм Ғәҙелгәрәй ауылдары аша Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә юлланған.

– Шүлгәнташта барлыҡ уңайлыҡтары булған яҡшы йорттар һәм өйҙәгесә әҙерләгән кафе бар. Ҡайһы бер йорттар буш тора. Был реклама һәм йүнселлек булмауына бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәмерйәне ҡарауҙан тыш, бында ваҡыт уҙғарыу буйынса бер ниндәй ҙә саралар ойошторолмаған. Яңы йыл шыршыһы ла, һырғалаҡ та, балалар өсөн тау ҙа, ҡаргиҙәрҙәрҙә экскурсия ла, атта һыбай йөрөү ҙә юҡ.

Күгәрсен районында урынлашҡан Мораҙым тарлауығына ла барҙыҡ. Йорттарҙың 80 проценты ял итеүселәр менән тулған, кафе даими эшләй, ҙур булмаған һырғалаҡ бар. Әммә экскурсия юҡ, ә бит ҡаргиҙәрҙәрҙә, квадроциклдарҙа һәм аттарҙа һыбай турҙар ойоштороу мөмкинлеге бар. Был һорау буйынса ял йорто етәкселеге менән һөйләштем, улар ризалашты һәм мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе.

Шулай итеп, Яңы йыл байрамын ғәҙәттәгесә тыуған Башҡортостан буйынса йөрөп уҙғарҙыҡ. Ҡышын бер ваҡытта ла республиканан ситкә киткәнбеҙ юҡ, Башҡортостандың матурлығын диңгеҙ аръяғындағы илдәр ҙә, башҡа төбәктәр ҙә алыштыра алмай. Тик беҙгә туризм шарттарын яҡшыртыу буйынса эшләргә, төрөктәрҙән хеҙмәтләндереүгә өйрәнергә кәрәк. Бынан бер нисә йыл элек Шүлгәнташта ғаилә менән булғанда бер хеҙмәткәрҙең: “Эй!” – тип ҡысҡырыуы әле һаман хәтерҙә. Был - күңелһеҙ хәл.

Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса саралар күрелә, күберәк кешеләр беҙҙең республикаға килә. Беҙҙең үҙенсәлекле тәбиғәтле тыуған яғыбыҙ туристар өсөн иң яҡшы урын булырға тейеш, – тип уртаҡлаша социаль селтәрҙәге диуарында Зариф Закир улы.

Фото: Зариф Байғусҡаровтың соцаль селтәрҙәге дауарынан алынды.  

"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."
"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."
"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."
"Кешеләргә "эй!" тип ҡысҡырмайҙар..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас