Спорт һәм туризм
12 Ғинуар 2022, 08:33

Инйәрҙәр йәш быуынды хәстәрләй

Римма СОЛТАНОВАРимма СОЛТАНОВА
Фото:Римма СОЛТАНОВА

Республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ғәмәлгә ингәс, белореттар ҙа әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә тупланы. Ошо арауыҡта әллә күпме проект уңышлы тормошҡа ашырылды.

Программаға ярашлы, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа социаль, коммуналь инфраструктура яҡшырҙы, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объект төҙөкләндерелде. Былтыр ҙа райондан алты проект еңеүсе тип табылды.

Бар проекттар республика, урындағы бюджет һәм халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Район биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар ҙа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, ҙур өлөш индерә.

Инйәр ауылы биләмәһе, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында 2016 йылдан ҡатнашып, өс проектты тормошҡа ашырҙы. Быға тиклем программа ярҙамында биләмәгә ҡараған Манышты ауылында 481 мең һумлыҡ балалар майҙансығы төҙөлә, 2018 йылда Инйәрҙә 725 мең һумға балалар спорт майҙансығы төҙөкләндерелә, 2019 йылда Уҫманғәле ауылында ла балалар майҙансығы булдырыла, ошо маҡсатта 293 мең һум аҡса тотонола.

Былтыр ҙа инйәрҙәр йәш быуынды хәстәрләп эш итә – физкультура-һауыҡтырыу комплексында капиталь ремонт уҙғарырға ҡарар итәләр.

– Ауылыбыҙ элек-электән көслө спортсылары менән билдәле. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында даими рәүештә мини-футбол, хоккей, баскетбол, бокс, еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла. Бигерәк тә хоккейҙы яратыусылар күп, йыл һайын спорттың был төрөн үҫтереүгә ҙур көс һалып, яҡты хәтирәләр ҡалдырған ауылдаштарыбыҙ С. Овчинников һәм В. Смердов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙарҙа олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнаша, – ти Инйәр ауылы хакимиәте башлығы Алена Владимировна.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы бинаһындағы проблемалар сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәргә рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнергә форсат бирмәй. Бинаның яҙлы-көҙлө ҡыйығынан һыу тамсылай, шул сәбәпле иҙәндәре серей башлай.

– Комплексты 2004 йылда төҙөп тапшырғайнылар. Тиҙ ҡоролған модулле конструкцияның ҡыйығын талаптарға ярашлы еренә еткереп эшләмәгәндәр, күрәһең, ике йылдан түшәменән һыу тамсылай башланы. Учреждение хеҙмәткәрҙәре менән ни генә эшләп ҡараһаҡ та, һөҙөмтәһе булманы, ҡайһы саҡ тас, биҙрәләр ултыртып ҡуя инек. Район хакимиәте хәстәрлеге менән бинаның ҡыйығы 2015 йылда ғына капиталь ремонтланды, әммә иҙәндәр серей башлағайны инде, – тип бәйән итте оҙаҡ йылдар учреждениены етәкләгән Николай Селихов.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йәнә ҡатнашырға хәл иткәс, коронавирус инфекцияһы хәүефе янау сәбәпле, халыҡтың тәҡдимдәрен хакимиәт белгестәре өй буйынса йөрөп яҙып ала, дөйөм йыйылыштар бар санитар талаптарҙы күҙәтеп ойошторола. Төрлө тәҡдимдәр була, шулай ҙа күпселек халыҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексын капиталь ремонтлау өсөн тауыш бирә.

Хакимиәткә конкурс документтарын тултырыуҙа, халыҡтан аҡса йыйыуҙа, эш барышын контролдә тотоуҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициативалы төркөм дә һайлана. Сметаға ярашлы, проект хаҡы бер миллион 663 мең һум тәшкил иткән. Республиканан – бер миллион һум, урындағы бюджеттан 463 мең һум аҡса бүленгән. Проекттың 100 меңен бағыусылар ҡаплаған, ҡалған 100 мең һумды халыҡ йыйған.

Тендерҙа еңеп, подрядсы хоҡуғына эйә булған Өфө предприятиеһы әле комплекстың иҙәнен яңыртыу эше менән була. Подрядсылар, бурыстарына яуаплы ҡарап, эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарһын, ә инйәрҙәр тиҙерәк бар шарттары булған физкультура-һауыҡтырыу комплексында рәхәтләнеп ял итһен, һаулыҡтарын нығытһын, сәләмәт тормошҡа ылыҡһын, тип теләге килә.

– Программа тормошҡа ашырыла башлаған тәүге йылдарҙа халыҡ уның һөҙөмтәһенә бигүк ышанып та етмәне. Инициативалы төркөм туплау, аҡса йыйыуҙы ойоштороу ҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер хәл бөтөнләй икенсе – һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер генә торалар, әүҙемлек күрһәтәләр. Быйыл да программала ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Күпселек тауыш менән Көмбә ауылында балалар майҙансығы төҙөргә, тигән ҡарарға килдек. Биләмә халҡының йәш быуынды хәстәрләп эш итеүе, сәләмәт тормош рәүешен һайлауы шатландыра, – тине хакимиәт башлығы.

Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас