

Рус лаптаһы ҙур популярлыҡ яулаған спорт төрҙәренең береһе һаналмаһа ла, республикабыҙҙа уның менән шөғөлләнеүселәр, хатта ил күләмендә призлы урын яулағандар байтаҡ.
Был үҙенсәлекле спорт төрөнөң төп маҡсаты – уйынсы юғарыға ырғытҡан тупты бита менән ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫыраҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ә ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй йыйған команда еңеүсе була. Республикабыҙҙа был спорт төрө үткән быуаттың 30-сы йылдарында үҫешә һәм бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында киң тарала.
Рус лаптаһының бер төрө булған мини-лаптала бишәр кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларҙың берәүһе һаҡлана, икенсеһе һөжүм итә.
Үткән йыл аҙағында Башҡортостандың ир-егеттәр командаһы, туғыҙ уйында һигеҙ еңеү яулап, Рәсәйҙең мини-лапта буйынса кубогын яуланы.
Айһылыу НИЗАМОВА