Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
14 Ғинуар , 23:00

Туғыҙынсы аҙым яһалды

Дәүләкән районы хакимиәте.
Фото:Дәүләкән районы хакимиәте.

Дәүләкән районында “Ауылпиадаға 16 аҙым” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Әйткәндәй, был проект былтыр Башҡортостандың Гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн гранттар конкурсында еңеүсе тип танылғайны. Яңы йыл каникулы осоронда “Сәләмәтлек һуҡмағы” мәҙәни-спорт сараһы Соколовка ауыл советында үткәрелде. Программа бер нисә йүнәлеш буйынса оҫталыҡ кластарын үҙ эсенә алды. Улар араһында, мәҫәлән, скандинав атлауы, ГТО нормативтарын тапшырыу, уҡтан атыу кеүек спорт төрҙәре бар.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарына бай йөкмәткеле концерт һәм флешмоб әҙерләне. Сәләмәтлек һуҡмағында ҡатнашыусылар, Тыуған илде һаҡлаусылар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеп, обелискка сәскәләр һалды.

Шулай итеп, “Ауылпиада”ға туғыҙынсы аҙым яһалды. Хәҙер Ивановка ауыл советын ошондай сәләмәтлек һуҡмағын үткәреү көтә.

Тағы шуныһы ҡыуаныслы: “Ауылпиада” сиктәрендә хоккей турниры ла уҙғарылды. Унда дүрт команда ҡатнашты. Көндәр һалҡын торһа ла, был спорт сараларында ҡат­нашыусыларға ҡаршылыҡ була алманы, һөҙөмтәлә еңеүселәр асыҡ­ланды. Шулай итеп, беренсе урынға Раевка ауылы хоккейсылары сыҡты. Икенсе урында – Соколовка ауылы, өсөнсө урында – Дәүләкән ҡала­һынан “Көнсығыш” ветерандар командаһы.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас в