Спорт һәм туризм
14 Ғинуар 2022, 18:01

Яулайһы үрҙәре алда әле!

БР Спорт министрлығы.БР Спорт министрлығы.
Фото:БР Спорт министрлығы.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙан фехтование менән шөғөлләнгән спортсылар ил кимәлендә генә түгел, донъяуи ярыштарҙа ла алдынғы урындарҙы яулай.

Мәҫәлән, былтыр  йәй Токиола уҙған XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһы составында беренсе алтын миҙалды яуланы.  Аделина Рәсәй рапирасылары Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Марта Мартьянова менән берлектә ярымфиналда АҠШ спортсыларын еңде.

Шулай итеп, 28 йәшлек Аделина Заһиҙуллина – команда беренселегендә ике тапҡыр донъя (2016, 2019 йылдар) һәм Европа чемпионы (шулай уҡ 2016, 2019 йылдар), Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза миҙал эйәһе. Яҡташыбыҙ –  Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Беренсе тренеры – Ольга Шагаева.

Әйткәндәй, күптәр спорттың ошо төрөн дәғүәсе менән күҙмә-күҙ ярыша алыу мөмкинлеге өсөн һайлай. Аделина кеүек фехтование буйынса “йондоҙ” булып таныласаҡ тағы бер спортсыбыҙҙың булыуы, уның төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы ҡатнашыуы һөйөндөрә. Күптән түгел Полина Хәйертдинова Италияның Удин ҡалаһында үткәрелгән шпагала фехтование буйынса ярыштарҙа көмөш миҙал яуланы! Ул илебеҙ командаһы составында сығыш яһағайны. Яҡташыбыҙ финалда Венгриянан Эстер Мухариҙы 15:13 иҫәбе менән еңде!

Әйткәндәй, 2022 йылдағы беренсе халыҡ-ара ярыштар финалында илебеҙҙән ике спортсы – Яна Бекмурзина менән Полина Хәйертдинова – алтын миҙал өсөн тырышҡайны. Тик уңыш Янаға йылмайҙы: ул 15:13 иҫәбе менән яҡташыбыҙҙы еңде.

Беҙ Полинаның киләсәктә  тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшәсәгенә ышанабыҙ һәм уның да, Аделина кеүек, Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаясағына ышанабыҙ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас