

Йыл һайын матур традицияға әйләнгән сара быйыл етенсе тапҡыр ойошторолдо. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Артур Сурин исемендәге Кубок өсөн мәктәп хоккей командалары араһында турнир уҙҙы.
Быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы, сәләмәт тормош яҡлы булған вәзәмдәрҙең был спорт сараһын тап ауылдаштары Артур Шәйхетдин улы иҫтәлегенә арнауы осраҡлы түгел. Артур Сурин һәр ваҡыт спорт менән шөғөлләнә. Яҡшы йөҙә, мылтыҡтан бик төҙ ата, саңғыла йүгерһә, алдына кеше сығармай, турникта уға еткәндәр булмай... Һабантуйҙарҙа көрәшеп, еңеүсе була. Артур Шәйхетдин улы һис уйламағанда яман ауырыуға тарып, кинәт кенә донъя ҡуя. Бар ғүмерен мәғариф өлкәһенә бағышлаған, тормошто, кешеләрҙе, хеҙмәтте һәм дуҫлыҡты яратҡан Артур Шәйхетдин улының яҡты иҫтәлеге ауылдаштары хәтерендә. Уның күркәм миҫалында йәш быуынды дөрөҫ һәм сәләмәт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған да инде яҡташтары. Быйыл Артур Сурин исемендәге спорт ярышында Хәйбулла районының алты команда йәш хоккейсылары ҡатнашты. Турнир кубогын Аҡъярҙың 2-се мәктәбе хоккейсылары яуланы.
Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.