Спорт һәм туризм
21 Ғинуар 2022, 12:23

Быйылғы йылға арналған

2021 йылдың 30 декабрендә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһе үткәрелгәйне. Сара һөҙөмтәләре буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Башҡортостан Республикаһында волейболды үҫтереү һәм популярлаштырыу тип исемләнгән тармаҡ йылы тураһындағы тәҡдим хуплау тапҡайны.

Шулай итеп, 2022 йылда халыҡты волейбол менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, был спорт төрө үҫеше географияһын киңәйтеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу планлаштырылған. Был эштә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында милләттәр волейбол лигаһын һәм волейбол буйынса донъя чемпионаты этабын үткәреү төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, волейбол буйынса донъя чемпионаты 2022 йылда Рәсәйҙә уҙа, шул иҫәптән Өфөлә лә. Баш ҡалабыҙҙа тәүге этапта Франция, Словения, Германия, Камерун командалары көс һынашасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы Красноярск ҡалаһында сығыш яһаясаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас