Спорт һәм туризм
21 Ғинуар 2022, 12:21

Ниһайәт, Дмитрийҙы уҙҙы!

Молодежная газета”Молодежная газета”
Фото:Молодежная газета”

Өфөләге Ғ. Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге  тәрбиәләнеүсеһе, боҙҙа мотоуҙыш буйынса ғәмәлдәге Рәсәй һәм Европа чемпионы Никита Богдановтың төрлө ярыштарҙағы сығышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барабыҙ.

Күптән түгел Никита спорт һөйөүселәрҙе һәм көйәрмән­дәрен йәнә ҡыуандырҙы. Егет  Шве­ция­ның Эрншельдсвик ҡала­һын­да үткәрелгән донъя чем­пио­натының һайлап алыу ярыштарында еңеү яуланы. Һуңғы уҙыштарҙа ул Рәсәй чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ булған Дмитрий Хомицевичты (14 мәрәй) уҙып китте. Шулай итеп, был сарала тәүге һигеҙ спортсы араһына түбән­дәгеләр инде: Ове Ледстрем (Швеция, 13), Харальд Симон (Австрия, 10), Франц Майербюхлер (Германия, туғыҙ), Аки Ала-Рихимяки  (туғыҙ), Макс Койвула (икеһе лә – Финляндиянан, һигеҙ) һәм Лукаш Гутла (Чехия, һигеҙ мәрәй).

Әйткәндәй, финалда Өфөнән ғәмәлдәге донъя чемпионы Динар Вәлиев үҙ көсөн һынаясаҡ һәм  “ҡырағай карта”ға эйә Дмитрий Колтаков (Каменск-Уральский),  Игорь Кононов (Тольятти), Австриянан Франц Цорн, Голландиянан Яспер Ивема, Германиянан Йохан Вебер һәм Швециянан Мартин Хаарахилтунен беренселек өсөн уҙы­шасаҡ.

Шулай итеп, тәүге ике финал 12-13 февралдә Тольяттиҙа уҙғарылыр тип көтөлә. Герма­нияның Инцель районында үткә­релергә тейешле өсөнсө һәм дүртенсе этаптар коронавирус сәбәпле булмаясаҡ. Ә бына ярыштарҙың бишенсе һәм алтынсы этаптары Голландияның Херенвен ҡалаһында ойошторолор тип көтөлә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас