Спорт һәм туризм
21 Ғинуар 2022, 12:19

Тарихта – беренсе алтын миҙал

БР Спорт министрлығы.БР Спорт министрлығы.
Фото:БР Спорт министрлығы.

Джиу-джитсуны япон көрәшенең боронғораҡ төрҙәренең береһе тип иҫәпләйҙәр. Уның төп принцибы – еңеү яулау өсөн ҡапма-ҡаршы бармаҫҡа, ҡаршылашмаҫҡа,  киреһенсә, дошмандан бер аҙ сигенеп, уның хәрәкәт-ғәмәлдәрен үҙ файҙаңа – уны ауға эләктерергә һәм уның көсөн үҙенә ҡарай йүнәлтергә.

Әйткәндәй, был принцип табип Сиробэй Акаяма тураһындағы хикә­йәт-легенда менән бәйле. Баҡтиһәң, тап ул көслө ел-дауыл ваҡытында ҙур ағас ботаҡтарының һынып юҡҡа сығыуын, шул уҡ ваҡытта көскә “ҡар­шылашмаған” талдың аҙаҡ киренән күтәрелеүен һәм имен ҡалыуын күҙәткән. Бына ошо күренешкә шаһит булып илһамланған табип джиу-джитсу буйынса беренсе мәктәпте ойошторған һәм уға “Ёсин-рю”, йәғни “Тал мәктәбе” тигән исем биргән.

Күптән түгел бына ошондай бик үҙенсәлекле, ылыҡтырғыс спорт төрө буйынса Рәсәй беренселеге ойошторолдо һәм унда Башҡортостан үҙ тарихында беренсе тапҡыр алтын миҙал яуланы! Ә турнирҙа илебеҙҙең 36 төбәгенән 500-ҙән ашыу атлет ҡатнашты. Республикабыҙ данын ике спортсы яҡланы.

Шулай итеп, беренселек һөҙөмтә­ләре буйынса Өфөнән 14 йәшлек Алһыу Ғәлиева алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул тренеры Ислам Иҙрисов етәкселегендә баш ҡалалағы “Яугир” клубында шөғөлләнә. Яҡташыбыҙ 44 килограмға тиклемге ауырлыҡ ка­тегорияһында 14 спортсы менән көс һынашты. Ул Алтай крайы, Ярос­лавль һәм Псков өлкәләре ҡыҙҙары менән беренселек өсөн көрәште. Алһыу алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне һәм республикабыҙ өсөн ошо спорт төрө буйынса  беренсе алтын миҙал хужаһы тип танылды. Был – Башҡортостандағы джиу-джитсу өсөн ҙур ҡаҙаныш! Яҡташыбыҙҙы ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас